“Һанлы мөхит үҫеше шарттарында дәүләт секторының бухгалтер иҫәбен үҙәкләштереү” тигән темаға арналған семинарҙа дәүләт секторын һанлаштырыу тенденциялары һәм һанлы трансформация мөһимлеге тураһында һүҙ барҙы. Был сара Өфөнөң Конгресс-холында үтте.
Башҡортостандың финанс министры вазифаһын башҡарыусы Светлана Малинская семинарҙы асып, 2024 йылда Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте тарафынан 2030 йылға тиклем дәүләт идаралығының һанлы трансформацияһының стратегик йүнәлештәре раҫланыуын белдерҙе. Был стратегияға ярашлы, “Электрон бюджет” тигән берҙәм һанлы платформалы бюджет ойошмаларының бухгалтер иҫәбе мәғлүмәттәренең технологик интеграцияһы төбәктәр өсөн мөһим бурыс булып тора. Был финанс органдарға барлыҡ процестарҙы контролләргә булышлыҡ итәсәк.
- Бюджет иҫәбен һанлаштырыуға беҙҙең төбәк 2018 йылдан күсте. Шуға ла бөгөн күп төбәктәр яңылыҡтары менән бүлешергә генә түгел, Башҡортостан миҫалында аласаҡ тәжрибәле йүнәлештәрҙә ҡатнашырға ла килде. Был бурысты үтәүҙә профессионаллек һәм сифатҡа ғына түгел, күләм яғынан да ҡыҙыҡһыныу тоябыҙ. Үҙәкләштереләсәк учреждениелар һаны ысынлап та башҡалар өсөн өлгө, - тине Светлана Малинская.
Сығанаҡ: “Молодежная газета” сайты.