Новости
16 Ноябрь 2024, 11:45

Радий Хәбиров менән Андрей Турчак Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскәләр һалды

"Был майҙан минең өсөн ят түгел", - тине ҡунаҡ. 

Радий Хәбиров менән Андрей Турчак Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскәләр һалдыРадий Хәбиров менән Андрей Турчак Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскәләр һалды
Радий Хәбиров менән Андрей Турчак Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскәләр һалды

Бөгөн, 16 ноябрҙә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Алтай Башлығы, республика Хөкүмәте рәйесе Андрей Турчак Өфөнөң Совет майҙанын ҡараны. Бында төбәк етәкселәре Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың һәйкәленә сәскәләр һалды.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленең барлыҡҡа килеү тарихы тураһында һөйләне.

Журналистар менән әңгәмәлә Алтай Башлығы, республика Хөкүмәте рәйесе Андрей Турчак төбәк делегацияһының Башҡортостанға сәфәренең маҡсаты хаҡында һөйләне.

- Беҙҙең өсөн Башҡортостан менән хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүҙе тулыландырыу мөһим, - тип билдәләне Андрей Турчак. - Бер нисә йүнәлеш буйынса хеҙмәттәшлек итә башланыҡ. Шуныһы мөһим: Башҡортостан Алтай Республикаһындағы төп проблемаларҙың береһен хәл итеүҙә – һаулыҡ һаҡлауҙа кадрҙар етешмәү мәсьәләһендә тәүгеләрҙән булып ярҙам итте. Беҙҙең республика дауаханаһында отоларингологтарҙың өсөнсө бригадаһы эшләй. Бынан тыш, Өфө менән Таулы Алтай араһында тура авиабәйләнеште үҫтереү тураһында килештек. Был транспорт мобиллеген арттырасаҡ, шул иҫәптән Өфөлә юғары технологиялы ярҙам алырға теләгән пациенттар өсөн дә. Икенсе яҡтан, Алтай Башҡортостан туристары өсөн асыласаҡ.

Андрей Турчак Өфөнөң Совет майҙанын реконструкциялауҙың мөһимлеге тураһында ла һөйләне.

- Был майҙан минең өсөн ят түгел. 2021 йылда мин бында булғайным инде, ул саҡта Радий Фәрит улы ошо мемориаль комплекстың проектын күрһәтте. Беҙ бергәләп Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәте рәйесе Владимир Мединскийға ярҙам һорап мөрәжәғәт иттек, - тине Андрей Турчак. - Шуға күрә бөгөн был урында хәтер мемориалы ойошторолоуына бик шатмын.

Сығанаҡ: glavarb.ru

.

Радий Хәбиров менән Андрей Турчак Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскәләр һалды
Радий Хәбиров менән Андрей Турчак Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскәләр һалды
Радий Хәбиров менән Андрей Турчак Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскәләр һалды
Радий Хәбиров менән Андрей Турчак Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскәләр һалды
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас