Новости
16 Ноябрь 2024, 12:15

Республика Башлыҡтары Балалар онкологияһы һәм гематологияһы үҙәгендә булды

Алтай Башлығы Андрей Турчак Өфөләге Балалар онкологияһы һәм гематологияһы үҙәге мөмкинлектәрен юғары баһаланы

Республика Башлыҡтары Балалар онкологияһы һәм гематологияһы үҙәгендә булдыРеспублика Башлыҡтары Балалар онкологияһы һәм гематологияһы үҙәгендә булды
Республика Башлыҡтары Балалар онкологияһы һәм гематологияһы үҙәгендә булды

Бөгөн, 16 ноябрҙә, Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Алтай Башлығы, төбәк Хөкүмәте рәйесе Андрей Турчак Республика балалар клиник дауаханаһының Балалар онкологияһы һәм гематологияһы үҙәгендә булды.

Медицина учреждениеһы 2023 йылда «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектына ярашлы төҙөлдө һәм заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылды. Проекттың дөйөм хаҡы – 4,1 миллиард һум, шуның 1,6 миллиард һумы – федераль бюджет аҡсаһы. Ятаҡ фонды 90-дан ашыу урын тәшкил итә. 2024 йылдың 2 февралендә Рәсәй Президенты Владимир Путин видеобәйләнеш режимында үҙәктең эшенә старт биргәйне.

Республика балалар клиник дауаханаһының баш табибы Людмила Семавина лабораторияларҙағы заманса ҡорамалдарҙың федераль онкология үҙәктәре күрһәткән медицина ярҙамы кимәлендәге мөмкинлектәргә юл асыуы  хаҡында һөйләне. Медицина учреждениеһында йәмғеһе 179 белгес эшләй, шуларҙың 57-һе – табип.

Ҡунаҡтар медицина учреждениеһының мөмкинлектәре менән яҡындан танышты. Үҙәктә төрлө патологияларҙы тәрән диагностикалау үткәрелә, шештәрҙе дауалауҙың яңы алымдары ҡулланыла, уникаль нейроонкология операциялары яһала. 10 айҙа республика ҡала һәм райондарынан 2,5 меңдән ашыу пациент дауаланыу үткән. Юғары технологиялы ярҙамды 260-тан ашыу кеше алған, шуларҙың икәүһе Башҡортостанда тәүге тапҡыр елек күсереп ултыртыу операцияһына бәйле.

Табиптар менән һөйләшеү барышында Андрей Турчак медицина персоналының белеменә юғары баһа бирҙе һәм медицина ярҙамы күрһәтеүҙең яҡшы шарттарын билдәләне.

Башҡортостан Башлығы һәм Алтай Республикаһы Башлығы шулай уҡ 2024 йылдың октябрендә асылған «Салют» реабилитация-белем биреү комплексын да ҡараны.

Сығанаҡ: glavarb.ru

Республика Башлыҡтары Балалар онкологияһы һәм гематологияһы үҙәгендә булды
Республика Башлыҡтары Балалар онкологияһы һәм гематологияһы үҙәгендә булды
Республика Башлыҡтары Балалар онкологияһы һәм гематологияһы үҙәгендә булды
Республика Башлыҡтары Балалар онкологияһы һәм гематологияһы үҙәгендә булды
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас