Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Ғинуар 2025, 19:30

Мигранттарҙың Рәсәйҙә булыу ваҡыты ике тапҡырға ҡыҫҡартылды

Элек сит ил граждандары Рәсәйҙә 180 тәүлеккә тиклем йәшәй алды.

Мигранттарҙың Рәсәйҙә булыу ваҡыты ике тапҡырға ҡыҫҡартылды
Мигранттарҙың Рәсәйҙә булыу ваҡыты ике тапҡырға ҡыҫҡартылды

Мигранттарҙың Рәсәйҙә булыу ваҡыты ике тапҡырға ҡыҫҡартылды

2025 йылдың ғинуарынан сит ил кешеләренең Рәсәйҙә визаһыҙ булыу ваҡыты йылына 90 тәүлеккә тиклем ҡыҫҡартылды, тип хәбәр итә РФ Сит ил эштәре министрлығының Өфөләге вәкиллеге.

Элек сит ил граждандары Рәсәйҙә 180 тәүлеккә тиклем йәшәй алды. Закон сығарыусылар фекеренсә, был лимитты ҡыҫҡартыу законһыҙ хеҙмәт миграцияһы кимәлен кәметергә ярҙам итәсәк.

Миграция ҡануниәтендәге был үҙгәрештәр Рәсәйгә виза талап ителмәгән тәртиптә килгән сит ил кешеләренә генә ҡағыла. Сит ил граждандарының йәшәү ваҡытын оҙайтыу өсөн законлы нигеҙҙәре булған осраҡта был ҡағиҙә тап килмәй.

Әгәр мигрант йәшәү ваҡытын боҙһа, уға өс йыл дауамында Рәсәйгә инеү тыйыла.

Фото МИД РФ.

https://resbash.ru/news/pravo/2025-01-15/vdvoe-sokraschyon-srok-prebyvaniya-migrantov-v-rossii-4084227

Автор: Аклима Гизатуллина
Читайте нас