Бөгөн, 29 ғинуарҙа, “Торатау” конгресс-холында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов етәкселегендә республиканың 2024 йылдағы ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм эҙемтәләрҙе бөтөрөү системаһы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды, 2025 йылға бурыстар билдәләнде.
– Республикала эшләп килгән ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм эҙемтәләрҙе бөтөрөү системаһы Башҡортостан именлеген тәьмин итеү системаһында мөһим һәм кәрәкле өлөш булыуын иҫбатланы. Хеҙмәткәрҙәргә намыҫлы хеҙмәттәре, һөнәри оҫталыҡтары, хеҙмәт бурыстарын үтәгәндә күрһәткән батырлыҡтары, кешеләргә тиҙ арала, йыш ҡына үҙ ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып ярҙамға килергә әҙер булыуҙары өсөн рәхмәт әйткем килә, - тип билдәләне Ирек Сәғитов.
Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм эҙемтәләрен бөтөрөү системаһының яйға һалынған эше һөҙөмтәһендә йорттарҙа янғын һанын 1,5 меңгә тиерлек йәки 11 процентҡа кәметеүгә өлгәшелгән, янғындарҙа һәләк булыусылар һаны 22 кешегә әҙәйгән. Һыу объекттарында фажиғәләр 33 процентҡа, ә һәләк булыусылар 36 кешегә кәмегән. Республикала йәйгеһен көслө ямғырҙар яуыуы сәбәпле ташҡындар килеп тыуҙы, был 2024 йылдың үҙенсәлеге булды. Иң ҡатмарлы хәл республиканың көньяҡ-көнсығышында, Урал аръяғы зонаһында теркәлде. Әммә бөтә республика ведомстволарының һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр хеҙмәтенең көйлө эшләүе ямғырлы ташҡын осорҙа ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе булдырмаҫҡа ярҙам итте. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл 16 урман янғыны теркәлгән, был уҙған йыл менән сағыштырғанда 90 процентҡа әҙерәк. Ландшафт янғындары 83 процентҡа аҙайған. Ә иң мөһиме – уттың ҡоро үҫемлектәрҙән һәм тәбиғәт янғындарынан ауылдарға күсеүенә юл ҡуйылманы.
Киләсәккә төп бурыс – берлектәге эште дауам итеү, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм эҙемтәләрҙе бөтөрөү системаһы эшмәкәрлегендә тағы ла яҡшыраҡ һөҙөмтәләргә өлгәшеү, матди юғалтыуҙарҙы кәметеү һәм төп маҡсат – кешеләрҙең үлеменә юл ҡуймау.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы Указы менән 2025 йыл Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам йылы тип иғлан ителде. Республика 142 гуманитар ылау ойоштороп ебәрҙе лә инде. Ирекле батальондарҙы йыһазландырыу, мобилизацияланған граждандарға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү саралары артабан да дауам итә.
Сығанаҡ, фото: pravitelstvorb.ru/news/26005/