Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Март 2025, 21:45

Блогерҙарға штраф һалына башлай

Ҡайһы осраҡта?

Блогерҙарға штраф һалына башлай
Блогерҙарға штраф һалына башлай

Дәүләт Думаһында яҙылыусылары 10 мең булып та үҙ битләүҙәрен йә каналдарын теркәмәгән блогерҙарға штраф һалыу  тураһында закон проекты ҡараласаҡ.

Шулай уҡ 10 мең аудиториялы теркәлмәгән биттәрҙән һәм каналдарҙан күсереп баҫтырыу (репост) өсөн дә яуаплылыҡ ҡарала. Закон проекты көҙ ҡараласаҡ, тип хәбәр итә ТАСС.   

 - Уны әҙерләү тураһында әлегә һөйләргә иртәрәк, әммә законда бурыс бар икән, яуаплылыҡ та билдәләнергә тейеш. Ғәмәлдә был ике ваҡиға араһында бер йылдан кәм булмаған ваҡыт үтә, шуға күрә Дәүләт Думаһының көҙгө сессияһында шуға ҡағылышлы инициативалар көтөгөҙ, - тип Дәүләт Думаһының мәғлүмәт сәйәсәте буйынса комитеты башлығы урынбаҫары Антон Горелкиндың һүҙҙәрен килтерә яңылыҡтар агентлығы.

Шулай уҡ депутат закон талаптарын һанға һуҡмаған “ун меңлек”тәрҙең реклама урынлаштырғаны өсөн дә яуаплылыҡ булыуы, уны боҙған осраҡта 500 мең һумға тиклем штраф ҡаралыуы хаҡында иҫкә төшөрҙө.

Мәғлүмәт һәм фото: https://resbash.ru/news/obshchestvo/2025-03-10/v-rossii-vvedut-shtrafy-dlya-blogerov-4151802

Автор: Аклима Гизатуллина
Читайте нас