Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Май 2025, 18:25

Проект үҙенең кәрәклеген дәлилләне

Мәғлүмәт яланында яңы шытымдар

Проект үҙенең кәрәклеген дәлилләне
Проект үҙенең кәрәклеген дәлилләне

Башҡортостанда “Журналистика оҫтаханаһы: сайт, соцселтәрҙәр һәм принт” тигән проект тормошҡа ашырыла. Ул үҙҙәрен блог өлкәһендә йәки журналистикала һынап ҡарарға теләгәндәрҙә генә түгел, был өлкәлә профессионал хеҙмәт итеүселәрҙең һөнәр оҫталары өсөн дә ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Оҫтаханала нисек эш барыуы тураһында “Үҫеш” мәғрифәт үҙәге директоры Ринат Шәйбәков һөйләне.

- Беҙ был этапты тамамлайбыҙ, ләкин эш ҡайнап тора. Йыл дауамында “Журналистика оҫтаханаһы” эксперттары республика райондарында булды, уҡытыу семинарҙары үткәрҙе, редакцияларға баҫмаларын яҡшыртырға ярҙам итте. Әле район киң мәғлүмәт саралары араһында конкусҡа йомғаҡ яһайбыҙ. Был күләмле белем биреү проектының йомғаҡлау этабы. Эксперттар итеп медиаиндустриялағы иң яҡшы белгестәрҙе йәлеп иттек. Район журналистары менән Станислав Шахов, Зөһрә Сәйетҡолова, Әлфиә Байбурина, Динар Кәлимуллин, Алексей Тулинов, Александр Данилов кеүек контент һәм медиатренер белгестәре эшләне. Проектҡа федераль эксперттарҙың да йәлеп ителеүе мөһим, - тип һөйләне ул.

Проектҡа ярашлы әле конкурста ҡатнашыусыларҙың эштәрен баһалау тамамлана. Йыл дауамында уҡытыу алып барған беҙҙең эксперттар хәҙер жюри ролендә сығыш яһай. Улар редакцияларҙың практикала алған белемен анализлай.

Проект үҙенең һөҙөмтәле булыуын дәлилләгән. Шуға ла ул мотлаҡ рәүештә дауам ителәсәк.

Сығанаҡ: “Республика Башҡортостан”гәзите сайты.

 

 

 

 

Автор: Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас