Бурҙан ҡала, уттан ҡалмай, тигәндәр. Бөрйән районы Яңы Собханғол ауылында йәшәүсе оло йәштәге Гөләндәм менән Рафаэль Буранбаевтарҙың ғүмер буйы бөртөкләп, хәләл тир менән төҙөгән йорт-ҡуралары, күҙ асып йомған арала, янып көлгә ҡалды.
Буранбаевтар район, ауыл тормошонда әүҙем ҡатнашып йәшәгән өлгөлө ғаилә. Өлкән улдары үҙ теләге менән махсус хәрби операцияла хәрби бурысын үтәй. Гөләндәм Хәбибрахман ҡыҙы оҙаҡ йылдар сауҙа өлкәһендә эшләп хаҡлы ялға сыҡты, “Ағинәйҙәр” ойошмаһының да, “Гөлдәр” вокал халыҡ ансамбленең дә ағзаһы булһа, Рафаэль Дәүләтҡол улы Урал аръяғы агросәнәғәт колледжынының ветеран уҡытыусыһы. Яугирҙәргә селтәр үреүҙе лә, ауыл мәсетендә дини эшмәкәрлекте ойошторған, ауылдаштарын дөрөҫ юлға өндәгән, һәр кемеһенә ярҙам ҡулын һуҙған хөрмәтле кеше ул.
Бер генә миҫал. Былтыр ҡышын бөтә Яңы Собханғол буйлап һыу туңған осорҙа, колонкалар ваҡытлыса эштән сыҡҡҡан ваҡытта Рафаэль ағай улы Салауат менән көнө буйы ауыл халҡын һыу менән тәьмин итеүен ауылдаштары яҡшы хәтерләй. Изгелеккә изгелек, тигәндәй, бөгөн иһә, ауыл халҡы бәләгә ҡалған ауылдаштарына ярҙам итеүҙе һорай.
Битараф булмаған һәр кемде хәленән килгәнсе ярҙам ҡулын һуҙырға саҡырабыҙ!
Мәғлүмәтте таратыуҙа ла ярҙам итһәгеҙсе!
Аҡсаны Гөләндәм Хәбибрахман ҡыҙы исеменә +7 963 143-99-46 номеры аша Сбер картаһына күсерергә мөмкин.
Шулай уҡ Бөрйән районы ғаилә үҙәге кейем-һалым, постель, көнкүреш кәрәк-яраҡтарын йыйыу иғлан иткән.
Әйберҙәрҙе Иҫке Собханғол ауылы, Салауат урамы, 30-сы йорт, 8-се кабинет (Ғаилә хеҙмәте) килтерергә була.
Эш сәғәттәре: 09:00-17:00.
Белешмә өсөн телефон: 8-347-55-3-66-74.
Айгөл Манапова.
Фото: Яңы Собханғолдоң ауылдаштар чатынан.