Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Июль 2025, 23:20

Республиканың баш архитекторҙары белемдәрен күтәрҙе

Өфөнөң вуз-ара кампусы резиденты Өфө дәүләт нефть техник университетының Креатив индустриялар һәм урбанистика лабораторияһы ғилми-тикшеренеү проекттары менән бер рәттән, киң белем биреү спектры менән дә шөғөлләнә. Иң ҙуры булып “Архитектур һәм ҡала төҙөү эшмәкәрлегенә идара итеүҙе ойоштороу” ҡайтанан әҙерлек үткәреү программаһы тора.

Республиканың баш архитекторҙары белемдәрен күтәрҙе
Республиканың баш архитекторҙары белемдәрен күтәрҙе

Өфөнөң вуз-ара кампусы резиденты Өфө дәүләт нефть техник университетының Креатив индустриялар һәм урбанистика лабораторияһы ғилми-тикшеренеү проекттары менән бер рәттән, киң белем биреү спектры менән дә шөғөлләнә. Иң ҙуры булып “Архитектур һәм ҡала төҙөү эшмәкәрлегенә идара итеүҙе ойоштороу” ҡайтанан әҙерлек үткәреү программаһы тора.

Ошо көндәрҙә республиканың муниципаль райондары һәм ҡалалары баш архитекторҙары ҡатнашлығында икенсе модуль уңышлы тамамланды. Эксперттар фекеренсә, программа актуаль. Күпселек муниципаль райондар һәм ҡалалар баш архитекторҙарының архитектура профиле һәм ҡала төҙөү буйынса белеме юҡ. Шул арҡала район һәм ҡала биләмәләрен үҫтереү буйынса грамоталы ҡарар ҡабул итеүҙә ҡатмарлыҡтар тыуа.

Был өлкәлә эшләп йөрөгән кадрҙарҙы яңынан уҡытып алыу өсөн ӨДНТУ БР Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы менән берлектә 300 сәғәтлек дүрт модулдән торған программа эшләгән.  

Тәүге ике модулде үткән ваҡытта ҡала төҙөлөшө документацияһы нигеҙҙәрен өйрәнделәр, биләмәләрҙе үҫтереү идаралығында социаль-иҡтисади, инженер-транспорт, мәғлүмәт системалары һәм һанлы технологиялар менән бәйле мәсьәләләрҙе ҡаранылар. Программаға “Архитектура” кафедраһы профессорҙары, БР Төҙөлөш һәм архитектура министрлығының территориаль планлаштырыу өлкәһендәге алдынғы белгестәре, Республика ҡала төҙөлөшө үҙәге, шулай уҡ Санкт-Петербургтан  РАНХиГС-тың Төньяҡ-Көнбайыш идара итеү институты юридик  факультетының гражданлыҡ һәм хеҙмәт хоҡуғы кафедраһы профессоры,   Рәсәй архитектура һәм төҙөлөш фәндәре академияһы советнигы Виктор Майборода йәлеп ителгән.  

Быйыл көҙ тыңлаусыларҙы аналитик инструменттарҙы ғәмәлдә ҡулланыу менән бәйле модулдәр көтә. Баш архитекторҙар үҙ биләмәләренең потенциалын һәм үҫеш мөмкинлектәрен тикшереп кенә ҡалмаясаҡ, ә райондарҙың «ауыртыу» нөктәләрен дә билдәләйәсәк. Анализ һөҙөмтәһендә алынған мәғлүмәттәр нигеҙендә муниципаль райондарҙың территориаль-арауыҡ үҫеше концепцияларын һәм стратегияларын эшләргә тырышасаҡтар. Алған белемдәре һәм күнекмәләре уларға үҙ райондарында һәм ҡалаларында һөҙөмтәлерәк һәм емешлерәк эшләргә мөмкинлек бирәсәк.

 Белешмә.    Евразия Фәнни-белем биреү үҙәгенең юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусы Рәсәй Президенты ҡушыуы буйынса һәм Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының «Фән һәм университеттар» милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә төҙөлә. Өфө кампусы проекты - 4,3 мең кешегә иҫәпләнгән торлаҡ биналары, уҡыу-ғилми комплексы, лабораториялары, эшлекле зоналары, магазиндары, уңайлы скверҙары һәм башҡа уңайлы ҡала мөхите объекттары булған студенттар өсөн урын.

Мәғлүмәт һәм фото сығанағы:https://pravitelstvorb.ru/news/27209/       

 

Автор: Аклима Гизатуллина
Читайте нас