“Беҙҙең республикаға 8,5 миллиард һумлыҡ федераль ҡаҙна инфраструктура кредиты хупланды. Был хаҡта ҡарарҙы бөгөн Рәсәйҙә Төбәктәр үҫеше буйынса хөкүмәт комиссияһында Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Марат Хөснуллин иғлан итте.
*Был аҡса Өфө аръяғы биләмәһендә һигеҙ һыу менән тәьмин итеү объектын төҙөүгә йүнәлтелә, улар 2030 йылға тиклем файҙаланыуға тапшырыла.
*Был 56 мең кешенең йәшәү сифатын яҡшыртыр һәм төҙөлөш өсөн яңы мөмкинлектәр асыр. 2040 йылға бында 1,3 миллион квадрат метр торлаҡ барлыҡҡа килер!
Республикабыҙҙа төҙөлөш тармағын һәм уңайлылыҡты үҫтереү өсөн бик яҡшы этәргес!”
Сығанаҡ: vk.com/wall-144352066_298004