Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Сентябрь 2025, 21:30

Башҡортостанда III "ГеоВызов" чемпионаты башланды

Ярыштар 8 - 17 сентябрҙә үтә. Улар Рәсәй Хөкүмәте һәм Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса федераль агентлыҡ ярҙамында ойошторола.

Башҡортостанда III "ГеоВызов" чемпионаты башланды
Башҡортостанда III "ГеоВызов" чемпионаты башланды

Бөгөн, 8 сентябрҙә, баш ҡалабыҙ Өфөләге «Торатау» конгресс-холында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров һәм Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса федераль агентлыҡ (“Роснедра”) етәксеһе Олег Казанов III «ГеоВызов» халыҡ-ара геология чемпионатын асыу тантанаһында ҡатнашты.

Ярыштар 8 - 17 сентябрҙә үтә. Улар Рәсәй Хөкүмәте һәм Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса федераль агентлыҡ ярҙамында ойошторола. Чемпионат геология һөнәрҙәрен популярлаштырыуға, шулай уҡ уҡыу йорттары студенттарының һөнәри оҫталығын күтәреүгә йүнәлтелгән.

Чемпионатта илдең 16 төбәгенән һәм 16 сит илдән, шул иҫәптән Беларусь, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Ҡытай, Мысыр, Алжир, Көньяҡ Африка Республикаһынан 38 команда ҡатнаша.

Республика Башлығы студенттар командаларын сәләмләне һәм Башҡортостандың тәбиғәт байлыҡтарының төрлөлөгөн билдәләне.

– Башҡортостан – чемпионатты үткәреү өсөн уникаль ер. Бында ҡыҙыҡлы геологик һәм тәбиғәт ландшафттары бар, – тине Радий Хәбиров. – Уҙған аҙнала "Торатау” геопаркы ЮНЕСКО-ның глобаль геопарктар селтәренә инде һәм илдә икенсе булып ошондай биләмәгә әйләнде. Бынан тыш, быйыл ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә “Шүлгәнташ” мәмерйәһендәге ҡаяға төшөрөлгән һүрәттәр индерелде.

Башҡортостан етәксеһе ҡатнашыусыларға һөҙөмтәле эш һәм ғәҙел көрәш теләне.

– Был сараға иң яҡшы командаларҙың килеүе мөһим. Башҡортостан өсөн был ҙур әһәмиәткә эйә – геология һөнәрҙәренең абруйы күтәрелә. Өфө фән һәм технологиялар университеты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты базаһында етди әҙерлек алып барабыҙ. Бынан тыш, был ил Хөкүмәте һәм “Роснедра” менән үҙ-ара хеҙмәттәшлектең тағы бер йүнәлеше, – тип билдәләне Радий Хәбиров.

Чемпионат асылыуы менән Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Олег Казанов та ҡотланы.

– Геология һөнәрҙәренә һөйөү илдәрҙе һәм халыҡтарҙы берләштерә. Алдағы бер нисә көндөң һөҙөмтәләре буйынса һеҙ оҫталығығыҙҙы арттыра, яңы дуҫтар таба алаһығыҙ. Бындай күләмле сара битараф булмаған кешеләр ярҙамында ойошторолдо. Бының өсөн Башҡортостан Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировҡа, республика Хөкүмәтенә рәхмәт. Йәштәрҙең яңы белем алырға ынтылыуы ҡыуаныслы, – тине ул.

«ГеоВызов» чемпионаты 12 төр ярыштан тора. Төп майҙансыҡтар – Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге «Патриот» хәрби-патриотик паркы, шулай уҡ Учалы районындағы «Ҡалҡан» балалар һауыҡтырыу лагеры. Чемпионат еңеүселәре илдең геология тармағының алдынғы предприятиеларында стажировка үтеү мөмкинлегенә эйә була.

Сығанаҡ: https://glavarb.ru/ru/news/...

Башҡортостанда III "ГеоВызов" чемпионаты башланды
Башҡортостанда III "ГеоВызов" чемпионаты башланды
Башҡортостанда III "ГеоВызов" чемпионаты башланды
Башҡортостанда III "ГеоВызов" чемпионаты башланды
Башҡортостанда III "ГеоВызов" чемпионаты башланды
Башҡортостанда III "ГеоВызов" чемпионаты башланды
Автор: Равиля Гатауллина
Читайте нас