Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Сентябрь 2025, 21:10

Рәсәй студенттары Египетта АЭС төҙөүҙә ҡатнашты

Рәсәй студенттар отрядтарынан (РСО) 70 вәкил “Титан” холдингы менән берлектә Египеттағы “Эль Дабаа” АЭС-ы төҙөлөшөндә ҡатнашты. Ул илдә беренсе электр станцияһы, һәм эксплуатацияға ебәргәс Африкала иң эреләрҙең береһе буласаҡ. Хеҙмәт десанты “Дюна” халыҡ-ара студент отряды составында 13 июлдән 26 авгусҡа ҡәҙәр эшләне.

Дәүләт Думаһының Йәштәр сәйәсәте буйынса комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары һәм РСО Күҙәтеү советы рәйесе Михаил Киселев билдәләүенсә, ойошма менән холдинг араһындағы бәйләнешкә 10 йыл тулды. Беренсе отряд 2015 йылда уҡ Ленинград АЭС-ын төҙөүҙә ҡатнаша, ә был ваҡыт эсендә 300-гә яҡын РСО вәкиле компанияның штатлы хеҙмәткәрҙәре булып китә. Студент отрядтары хәрәкәте йәштәрҙе үҫтереү һәм илдең кадрҙар ҡеүәтен нығытыуҙың һөҙөмтәле ҡоралы булып ҡала, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул.

Рәсәй атом тармағы һәм холдингы өсөн юбилей йылында отряд составында Рәсәйҙең 18 төбәгенән 70 студент эшләне. Улар 16 подразделениела ҡатнашты, документацияны контролдә тотоу, һыҙмалар эшләү, логистика һәм тәьмин итеү өлкәһендә бурыстар үтәне.

Хеҙмәт миҙгелен ябыу тантанаһында Холдинг һәм РСО үҙәк штабы вәкилдәре сығыш яһаны. «КОНЦЕРН ТИТАН-2» АЙ-һының төҙөлөш буйынса директоры Евгений Яценко, компанияның оҙайлы объекттар төҙөүгә генә түгел, ә тармаҡтың кадрҙар резервын формалаштырыуға ла финанс һалыуын билдәләне. РСО-ның Үҙәк штабы етәксеһе Ярослав Зубащенко, халыҡ-ара проекттар профессиональ тәжрибә тупларға, шулай уҡ илдәр араһында дуҫтарса бәйләнештәрҙе нығытырға ла мөмкинлек бирә, тип өҫтәне.

Карьера буйынса үҫештең уңышлы миҫалдарының береһе - Башҡортостандың студенттар отрядтарынан Илдар Латипов, ул хәҙер холдингта эшләй һәм практиканттарға яраҡлашырға ярҙам итә. Ул студенттарҙың АЭС төҙөлөшөнә индергән өлөшөн юғары баһала.

Мысырҙа РСО хәрәкәте әүҙем үҫешә: 2022 йылда проектҡа ни бары биш кеше килһә, 2025 йылда холдингта 1000-дән ашыу студент.

Хәрәкәткә трудкрут.сом сайт йәки РСО-ның кол-үҙәге аша ҡушылырға мөмкин.

Мәғлүмәт: https://mgazeta.com/news/novosti/2025-09-05/studenty-iz-rossii-prinyali-uchastie-v-stroitelstve-aes-v-egipte-4375772

Автор: Аклима Гизатуллина
Читайте нас