“Госуслуги Дом” мобиль ҡушымтаһында торлаҡ булмаған күсемһеҙ милек – келәттәр, машина ҡуйыу урындары һәм күп фатирлы йорттарҙа урынлашҡан башҡа биналар ҙа барлыҡҡа килде. Торлаҡ булмаған биналарҙың хужалары ҡушымтаның бөтә функцияһына инеү мөмкинлеген алды. Милекселәрҙең дөйөм йыйылыштарында ҡатнашыуҙан тыш, уларға иҫәпте түләү, күрһәтмәләр тапшырыу һәм башҡа мөмкинлектәр ҡаралған. Теләһәләр, иң кәрәкле генә функцияларҙы ҡалдырып, улар торлаҡ-коммуналь хужалыҡ мәсьәләләрен хәл итеүҙе яҡындарына йәки ҡуртымға алыусыларға тапшыра ала. “Госуслуги Дом” ҡушымтаһын Башҡортостандың 350 меңдән ашыу кешеһе урынлаштырған, ә бөтә ил буйынса уны ҡулланыусылар һаны яҡынса 13 миллион тәшкил итә һәм был һан даими үҫә.
Быйыл йәй ҡушымтала яңы функция барлыҡҡа килде – авария-диспетчер хеҙмәтенә шылтыратыу. Диспетчерға шылтыратыу өсөн ҡушымтаның төп экранында “Авария” төймәһенә баҫырға кәрәк. Ҡушымта авария-диспетчер хеҙмәте менән ниндәй осраҡтарҙа бәйләнешкә инергә кәрәклеген әйтә: мәҫәлән, әгәр өйҙә торба ысҡынһа, электр уты һүнһә йәки газ еҫе һиҙелһә. Экранда ҡыңғырау төймәһе менән актуаль номер күрһәтелә. “Госуслуги Дом” ҡушымтаһын мобиль операцион системалар өсөн бөтә популяр ҡушымталар магазиндарынан йәки https://redirect.appmetrica.yandex.com/serve/315953704714916676 һылтанмаһы буйынса урынлаштырырға мөмкин.
Айырым теркәлеү талап ителмәй, авторизация дәүләт хеҙмәттәре порталында раҫланған иҫәп яҙмаһы аша башҡарыла. Күсемһеҙ милек, иҫәп-хисап приборҙары һәм иҫәп-хисап тураһында мәғлүмәттәр автоматик рәүештә күсә. Күсемһеҙ милек хужаһы булмаған кешеләргә милексенән “ҡунаҡҡа инеү” (гостевой) мөмкинлеге кәрәк.