Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Декабрь 2025, 18:30

Журналистар хеҙмәтен ҙурлап

Был сара һөнәребеҙҙең кәрәклеген, мөһимлеген сағылдырҙы.

Журналистар  хеҙмәтен ҙурлап
Журналистар хеҙмәтен ҙурлап

Республикабыҙҙа хеҙмәт кешеләрен данлауға, төрлө һөнәр эйәләрен күтәреүгә ҙур иғтибар бирелә. Яңы Йыл алдынан Өфөлә журналистика өлкәһендәге   “Дөрөҫлөк. Яуаплылыҡ. Ҡаһарманлыҡ” республика конкурсының еңеүселәрен ҡотлау ҙа  быға дәлил.

Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығының Колонна залында Башҡортостан Башлығы премияһына икенсе республика конкурсының лауреаттарын  республикабыҙ етәксеһе  Радий Хәбиров тәбрикләне.

2025 йылда авторҙар һәм ижади коллективтар конкурсҡа 159 эш тәҡдим итте. Улар араһында мәғлүмәти, аналитик, публицистик материалдар, телевидение һәм радио тапшырыуҙары бар. Конкурстың эксперт советы ултырышында дүрт категория буйынса еңеүселәр билдәләнде. Улар – республика, шулай уҡ  ҡала һәм район баҫма киң мәғлүмәт саралары, теле һәм радиожурналистика, сеть баҫмалары. Еңеүселәр   “Дөрөҫлөк”, “Яуаплылыҡ”, “ Ҡаһарманлыҡ” , Йыл ҡылығы”, “Һиҙгер йөрәк”  номинациялары буйынса билдәләнде.

Ҙур награданы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡулынан алыу журналистар өсөн ҙур мәртәбә ине.

–Бөгөн республика журналистары өсөн был конкурс төп ижади бәйге булып тора. Шуныһы мөһим, быйыл унда ҡатнашыуға ғариза биреүселәр ике тапҡырға тиерлек артты. Был һеҙҙең әүҙемлекте күрһәтә, – тине төбәк етәксеһе. – Бөгөнгө көндә социаль селтәр менән файҙаланыусы һәм кем тиерлек яңылыҡтар авторы була ала, шулай ҙа һөнәри журналистика дөрөҫлөк һәм объективлыҡ үлсәүе булып ҡала. Һеҙ яңылыҡтар булдырып ҡына ҡалмайһығыҙ, көндөң дөйөм картинаһын тыуҙыраһығыҙ, республикала йәшәүсе меңәрләгән кешенең йәмәғәт фекерен формалаштыраһығыҙ. Шул уҡ ваҡытта   социаль оптимизмды нығытаһығыҙ, киләсәккә ышаныс уятаһыҙ.

Радий Фәрит улы төбәктең киң мәғлүмәт сараларының конструктивлыҡ, халыҡ өсөн иң мөһим мәсьәләләрҙе яҡтыртыуға маҡсатланыуын да иғтибарға алды.

–Һеҙ үҙегеҙҙең сюжеттарҙа республика халыҡтары телдәре һәм мәҙәниәтенә ярҙам саралары, традицион ҡиммәттәрҙе нығытыу, ҙур һәм ныҡлы ғаилә булдырыу мөһимлеге тураһында һөйләйһегеҙ. Шул уҡ ваҡытта юлдарҙағы хәүефһеҙлек, һаулыҡ мөмкинлеге сикле кешеләргә ярҙам, халыҡҡа финанс грамотлыҡ тураһында ла аңлатаһығыҙ, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Иҡтисадыбыҙ, фән, белем биреү, яңы мәктәптәр, балалар баҡсалары, поликлиникалар, ФАП-тар, фәнни лабораториялар, социаль үҙәктәр  асыу тураһында һөйләйһегеҙ.

 Махсус хәрби операцияға, яугирҙәргә, уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү темаһын да журналистарыбыҙ әүҙем яҡтырта.

– Махсус хәрби операция барған дүрт йылға ваҡыт эсендә алғы һыҙыҡтан 100-ләгән сюжет, репортаждар, реаль тарихтар әҙерләнегеҙ. Был йәһәттән БСТ-лағы “Ватан һаҡсылары” тигән программаны, “Минең атайым” телевизион конкурсын, махсус хәрби операциялағы яугирҙәрҙең әсәйҙәрен һәм ҡатындарын берләштереүсе “Әсәй” проекты”н  билдәләп үтер инем. Быйыл беҙҙең республика илдә беренсе булып хәрби хәбәрселәр тураһында закон ҡабул итте. Беҙ уларҙың статустарын , ярҙам саралары тәртибен билдәләнек. Үткән аҙнала тәүге танытмаларҙы тапшырҙыҡ, – тине Радий Хәбиров.

Шул уҡ ваҡытта төбәк етәксеһе бер нисә мөһим тематик проекттарҙы билдәләне. Улар иҫәбендә “Башҡорт каникулдары”, “Бәхет биләмәһе”, “Рәсәй патриоты” һәм “Башҡортостан генералдары” документаль фильмдары циклы бар.

  –Һеҙ мәғлүмәт саҡырыуына лайыҡлы яуап бирәһегеҙ, төрлө мифтарҙы юҡ итергә булышлыҡ итәһеҙ. Ҙур мәғлүмәт блогы эктремизм һәм террорға ҡаршы тороуға, коррупция менән көрәшкә арналған. Был бик нескә темалар, факттарҙы, аңлатмаларҙы, рекомендацяларҙы  биреүҙә һөнәри һәләт талап ителә. Быйыл Әбйәлил районындағы  баҡыр ятҡылығы буйынса аңлатыу эштәре профессиональ рәүештә яҡтыртылды. Кибермутлашыусылар, мобиль элемтәләге өҙөклөктәр, пилотһыҙ осоу аппараттарының атакалары һәм башҡа һорауҙар аңлатылды.

 Башҡортостан Башлығы республикабыҙ киң мәғлүмәт сараларының һорау менән файҙаланылған дөрөҫ мәғлүмәт сығанағы булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Тантананың иң күркәм өлөшө еңеүселәрҙе бүләкләү ине. Быйылғы конкурстың лауреаттары араһында “Башҡортостан ҡыҙы” журналынан бүлек редакторы Гөлшат Ҡунафина ла бар. Ул “Һиҙгер йөрәк” номинацияһында еңеү яуланы.

–Беҙҙең журнал электән ҡатын-ҡыҙҙарҙың дуҫы, кәңәшсеһе булған. Әле лә шул йүнәлештә эшләп килә. Һәр бер мәҡәләбеҙҙе йөрәк аша, күңел аша үткәреп яҙабыҙ. Беҙҙең республикала иҫ киткес гүзәл заттар йәшәй. Улар үҙ һөнәренең оҫтаһы, лайыҡлы улдар, ҡыҙҙар тәрбиәләгәндәр, шул уҡ ваҡытта етәкселек бурысын да лайыҡлы башҡаралар. Ошондай ҡатын-ҡыҙҙар тураһында яҙыу икеләтә ҡыуаныс. Бөгөнгө байрамда ҙур тулҡынланыу кисерәм. Беҙҙең хеҙмәтте ошолай юғары баһалағандары өсөн Республика Башлығы Радий Хәбировҡа рәхмәтемде белдерәм, – тине ул.

Әбйәлил районының “Осҡон” гәзите  хәбәрсеһе Гөлнара Күсәрбаева ла бар тәбрикләнеүселәр араһында.

– Быйыл район һәм ҡала гәзиттәренә айырым категория булдырылды. Шуға күрә был  конкурста ҡатнашып ҡарарға батырсылыҡ иттем. “Ҡатын-ҡыҙҙар ҡаһарманлығы” темаһына арналған мәҡәләләр циклымды “Һиҙгер йөрәк” номинацияһына тәҡдим иттем. Ошо номинацияла еңеүсе булыуыма бик шатмын. Конкурсҡа биш мәҡәлә бирергә мөмкин ине. Тәүге геройым  Бөйөк Ватан һуғышы яугиренең 18 йәшендә тол ҡалған ҡатыны. Ул оло йәшкә еткәнсе  бер ҡасан да кейәүгә сыҡмай, ғүмер буйы иренә тоғро ҡалған. Был мәҡәләмде мин “Ҡатын-ҡыҙ тоғролоғона һәйкәл” тип атаным. Ҡалған геройҙарым бөгөнгө көндә махсус хәрби операцияға ҡатнашлығы булған ҡатын-ҡыҙҙар. Уларҙың береһе хәрби госпиталдә эшләгән шәфҡәт туташы, икенсеһе улы өлөшләтә мобилизацяиға эләккәндән һуң үҙен ирекмәнлек эшенә бағышлаған яугир  әсәһе. Тағы ла бер геройым – яугир ҡатыны, тормош иптәше махсус хәрби операцияла хәбәрһеҙ юғала, ҡатын һынауҙар алдында юғалып ҡалмай, бөгөнгө көндә  ирекмәндәр сафында эшләй, еңеүгә үҙ өлөшөн индерә.

Үҙем ҡатын-ҡыҙ булараҡ миңә  гүзәл зат  психологияһы ныҡ яҡын. Махсус хәрби операция башланыу менән ошо темаға арналған мәҡәләләр яҙа башланым. Гүзәл заттарҙың булмыштарын, хис-тойғоларын асырға тырышам, аяуһыҙ тормоштоң уларҙың йөрәктәрен ҡатырмауы, сыныҡтырыуы тураһында артабан да яҙырға теләгем бар. Тормош иптәштәрен юғалтһалар ҙа рухтары һынмаған, балаларын матур итеп аяҡҡа баҫтырған гүзәл заттар гәзитебеҙ битендә донъя күрер әле, – тип һөйләне әңгәмәсем.

“Юлдаш” радиоһының яңылыҡтар хеҙмәте хәбәрсеһе Зөһрә Арсаеваның да был байрамда ҡатнашыуының үҙ сәбәбе бар. Был конкурста уның тормош иптәше бөгөн махсус хәрби операцияла йөрөгән, “Башҡортостан” 31-се мотоуҡсылар полкы яугире, билдәле журналист  Рафиҡ Әхмәтшин “Йыл ҡылығы” номинацияһында еңеү яуланы. Уның наградаһы ҡатынына тапшырылды.

– Был награданың хужаһы, тормош иптәшем  Өфөнән 2 мең километр алыҫлыҡта, фронттың Ҡыҙыл Лиман йүнәлешендә хеҙмәт итә. Ул хәрби бурысын да намыҫ менән үтәй,  шулай уҡ ысын журналист булараҡ репортаждар эшләй, “Башҡортостан” полкы яугирҙәренең ҡыйыулығы һәм ҡаһарманлығы тураһында  халыҡты таныштыра. Беҙ , мин һәм балаларым, уның менән ысын мәғәнәһендә ғорурланабыҙ. Ул ил һағына баҫты һәм үҙенең һөнәри эшен дә намыҫлы үтәй. “Башҡортостан” полкында ,  башҡа батальондарҙа хеҙмәт иткән, ил һағына баҫҡан бөтә яугирҙәребеҙ менән ғорурланабыҙ. Улар ысын патриоттар. Улар Радий Фәрит улына бик рәхмәтле. Сөнки беҙҙең республикабыҙ яугирҙәргә, шулай уҡ ғаиләләренә ныҡлы ярҙам күрһәтә. Был буш һүҙҙәр генә түгел. Быйыл миңә журналист , шулай уҡ ирекмән булараҡ ике тапҡыр махсус хәрби операция биләмәһендә булырға тура килде. Яугирҙәр менән аралашып, уларҙың ошо һүҙҙәрен еткерәм. “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкы иң легендар хәрби берләшмәләрҙең береһе, уның геройҙары бик күп. Яугирҙәр ысынлап та ҡаралған, хәстәрләнгән. Уларға Башҡортостан халҡы ныҡлы ярҙам итә. Халыҡтың берҙәм булыуы беҙҙең егеттәргә көс-дәрт бирә. Һәр ебәрелгән гуманитар ылау менән яугирҙәргә тыуған яҡтан сәләм бара.   Был премия өсөн республикабыҙ етәксеһе Радий Фәрит улына рәхмәт, сөнки уның башланғысы менән булдырылды ул. Был беҙгә , беренсенән, ҡанаттар ҡуя, икенсенән,  үҫеш мөмкинлеге бирә, өсөнсөнән абруйлы һөнәри оҫталыҡ ярышы булып тора. Беҙ бында ярышабыҙ һәм иң көслөләр , иң креатив журналистар еңеү яулай. Номинациялары ла бик ҡыҙыҡлы. Йыл дауамында тема һайлап эшләргә мөмкин. Үҙем был премияның беренсе лауреаты. Былтыр махсус хәрби операция яугирҙәренә арналған “Ил улдары” тапшырыуы менән “Ҡаһарманлыҡ” номинацияһында бүләкләндем.Быйылғы еңеүселәрҙе лә ихлас күңелдән ҡотлайым, – тигән ихлас теләктәрен әйтте Зөһрә Фәнил ҡыҙы.

Журналистарҙың һөнәрен данлаған, уларҙың эшенең мәртәбәһен күтәргән был конкурс дауамлы булһын.

  Белешмә

Журналистика өлкәһендә “Дөрөҫлөк. Яуаплылыҡ. Ҡаһарманлыҡ” тигән Башҡортостан Башлығы премияһы 2023 йылда төбәк етәксеһе Радий Хәбиров башланғысы менән булдырылды. Приз фонды алты миллион һум булған республикалағы берҙән - бер журналистика конкурсы был. Эксперт советының тауыш биреүе һөҙөмтәһендә 20 еңеүсе билдәләнә, уларҙың һәр ҡайһыһы 300 мең һум күләмендә премия ала.

Конкурс сиктәрендә, мәғлүмәт, аналитика, публицистика материалдары, теле һәм радиопрограммалар баһалана. Улар үткән йылдың 1 сентябренән ағымдағы йылдың 31 авгусына тиклем баҫылырға йәки эфирға сығырға тейеш.

 Фото: Башинформ

 

 

 

 

 

 

 

Автор: Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас