Новости
5 Февраль , 13:15

Яҡташтарыбыҙ сит илдә бәләгә тарыған

Стәрлетамаҡтан ғаилә пары Сербияла IT-технологиялар өлкәһендә эшләп йөрөгән була.

Яҡташтарыбыҙ сит илдә бәләгә тарығанЯҡташтарыбыҙ сит илдә бәләгә тарыған
Яҡташтарыбыҙ сит илдә бәләгә тарыған

Азалия менән Артур 2024 йылдан алып Сербияла йәшәй һәм "айтишник" булып эшләйҙәр. Улар  юл-транспорт фажиғәһенә эләгә - Артур комала, ә Азалия Белград клиникаһында дауалана.

Ваҡиға уҙған аҙнала, 27 ғинуарҙа, була.

‎- Яҡындарыбыҙ бер нисә  операция  кисерҙе. Табиптар мөмкин булғанса ярҙам итергә тырыша. Уларҙың страховкаһы булмауы хәлде ҡатмарлаштыра - дауаланыу бик күп сығымдар талап итә. Бәлки,Сербияла йәшәүсе яҡташтарыбыҙ барҙыр, йә булмаһа кемдер ошо арала унда барырға йыйыналыр - зинһар, беҙгә мөрәжәғәт итеүегеҙҙе һорайбыҙ, - тип үтенә зыян күреүселәрҙең туғаны Эмилия Сәғәҙиева. ‎

Автор:Эльнара Шаймарҙанова
Читайте нас