+12 °С
Болотло


Өфө-Инйәр-Белорет юлындағы юл-транспорт ваҡиғаһында ике йөк машинаһы бәрелешә.
MAN машинаһы руле артындағы 25 йәшлек егет ҡаршы һыҙаттан килеүсе 49 йәшлек ир идара иткән ошо уҡ маркалы автомобиль менән бәрелешә.
Юл фажиғәһе һөҙөмтәһендә йәш водитель урында уҡ һәләк була, икенсе водитель дауаханаға алып китеп барғанда йән бирә.
Юлдарҙа һаҡ булығыҙ, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ, тиҙлекте арттырмағыҙ!