Бөтә яңылыҡтар
Олимпиада
5 Август 2021, 22:00

13-сө көндә – биш миҙал!

Бөгөн илебеҙ спортсылары Японияның баш ҡалаһы Токиола барған йәйге Олимпия уйындарында уңышлы сығыш яһаны.

13-сө көндә – биш миҙал!
13-сө көндә – биш миҙал!

Бөгөн илебеҙ спортсылары Японияның баш ҡалаһы Токиола барған йәйге Олимпия уйындарында ике алтын, бер көмөш һәм ике бронза миҙал яуланы.

Боксер Альберт Батырғәзиев һәм ирекле стиль буйынса көрәшсе Заур Угуев алтын миҙалға лайыҡ булһа, еңел атлетика буйынса спортсы Анжелика Сидорова – көмөш, боксерҙар Глеб Бакши менән ирекле стиль буйынса көрәшсе Артур Найфонов бронза миҙалдар яуланы.

Шулай итеп, әлегә Рәсәй командаһы 16 алтын, 22 көмөш, 20 бронза миҙал менән дөйөм иҫәп буйынса бишенсе урында килә. Беренсе урында – Ҡытай, икенсе урында – АҠШ, өсөнсө урында – Япония, дүртенсе урында – Австралия спортсылары.

Иртәгә, йома, Токиола 23 миҙал комплекты уйнатыласаҡ.

Олимпия уйындары 8 августа тамамлана.

Фото: Олимпиаданың рәсми сайтынан.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: