Бөтә яңылыҡтар
Олимпиада
5 Август 2021, 23:00

Муса барыһын да саҡыра

Йәйге Олимпия уйындарында алтын миҙал яулаған Муса Евлоев егеттәрҙе 11 – 23 августа Башҡортостандың баш ҡалаһында спорт көрәше буйынса үтәсәк донъя беренселегендә ҡатнашырға саҡыра.

Муса барыһын да саҡыра
Муса барыһын да саҡыра

Грек-рим стилендәге көрәшсе Муса Евлоев Токиолағы йәйге Олимпия уйындарында алтын миҙал яулағайны. Ул 97 килограмға тиклемге ауырлыҡ үлсәмендә беренсе урынға сыҡты – Әрмәнстандан Артур Алексанянды 5:1 иҫәбе менән еңде.

Муса Евлоевҡа 28 йәш. Ул – ике тапҡыр донъя (2018, 2019 йылдар) һәм Европа (2019, 2021 йылдар) чемпионы. 2017 йылда донъя беренселегендә көмөш миҙалға ла лайыҡ булғайны.

Алтын миҙал яулаған Муса Евлоев көрәшселәрҙе 11 – 23 августа Башҡортостандың баш ҡалаһында 21 йәшкә тиклемге юниорҙар араһында үтәсәк донъя беренселегендә ҡатнашырға саҡырҙы.

Фото: gazetaingush.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: