Бөтә яңылыҡтар
Олимпиада
6 Август 2021, 14:50

Гөлназ олимпия рекорды ҡуйҙы!

Бишбәйге буйынса Башҡортостан мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Гөлназ Ғөбәйҙуллинаға уңыштар теләйбеҙ. 

Гөлназ олимпия рекорды ҡуйҙы!
Гөлназ олимпия рекорды ҡуйҙы!

Токио ҡалаһында барған йәйге Олимпия уйындарында заманса бишбәйгелә 200 метр дистанцияла ирекле стиль менән йөҙөү буйынса ярыштар үтте. Уларҙа 2.07,31 һөҙөмтәһе менән Рәсәй спортсыһы Гөлназ Ғөбәйҙуллина еңде. Был күрһәткес – олимпия рекорды. Был төрҙә еңеү уға 296 балл йыйыу мөмкинлеге бирҙе. Бишбәйгенең дөйөм иҫәбендә Гөлназ унынсы урында бара. Тағы бер Рәсәй спортсыһы Ульяна Баташова – өсөнсө урында.

 

Гөлназ Ғөбәйҙуллина Яңы Уренгой ҡалаһында тыуған. Ун йәшлек сағында ғаиләһе менән Өфөгә күсә. Тәүҙә ҡыҙыҡай йөҙөү менән шөғөлләнә, ә 11 йәшендә бишбәйгегә күсә. 2003 йылдан алып 2014 йылға тиклем Өфөлә тренер Игорь Шоховта шөғөлләнә.

 

Был ваҡыт эсендә спортсы бик күп бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара ярыштар еңеүсеһе була. Гөлназ, үҫмерҙәрҙең йәйге Олимпия уйындарына награда яулаған берҙән-бер спортсы. Ул саҡта, 2010 йылда, ул шәхси иҫәптә бронза миҙал яулай.

 

2015 йылда Европа чемпионатында дүртенсе урын яулай һәм 2016 йылғы йәйге Олимпиядаға квалификация үтә. Унда бишбәйгелә йөҙөү буйынса олимпия рекорды ҡуя, 200 метрҙы 2:07,94 күрһәткесе менән үтә. Әммә дөйөм иҫәптә 15-се урын ғына ала.

 

2017 йылдың авгусында Мысырҙа үткән заманса бишбәйге буйынса донъя чемпионатында Гөлназ шәхси турнирҙа алтын яулай. 2019 йылдың майында ошо уҡ спорт төрөндә Прагала донъя кубогы этабында икенсе урынға лайыҡ була. Уның дөйөм һөҙөмтәһе 1377 балл тәшкил итә.

 

2017 йылдан алып Гөлназ Ғөбәйҙуллина ЦСКА-ла прапорщик званиеһында хеҙмәт итә.

 

Фото: "Башинформ". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: