

Ҡышҡы Олимпия уйындарында беҙҙән күпме кеше ҡатнашҡан?
Сираттағы XXIV Ҡышҡы Олимпия уйындарында Башҡортостандан 13 спортсыбыҙ ҡатнаша һәм тағы бер вәкил – запаста. Тарихҡа күҙ һалһаҡ, был - республикабыҙҙан ҡатнашҡан иң күп спортсы. Ә бындай сараларҙа республикабыҙҙан күпме спортсы булған? Түбәндәге мәғлүмәттәр менән танышығыҙ:
1992 йыл – XVI Ҡышҡы Олимпия уйындары: алты кеше (Альбервиль, Франция);
1994 йыл – XVII Ҡышҡы Олимпия уйындары: алты кеше (Лиллехаммер, Норвегия);
1998 йыл – XVIII Ҡышҡы Олимпия уйындары: 11 кеше (Нагано, Япония);
2002 йыл – XIX Ҡышҡы Олимпия уйындары: туғыҙ кеше (Солт-Лейк-Сити, АҠШ);
2006 йыл – XX Ҡышҡы Олимпия уйындары: ете кеше (Турин, Италия);
2010 йыл – XXI Ҡышҡы Олимпия уйындары: биш кеше (Ванкувер, Канада);
2014 йыл – XXII Ҡышҡы Олимпия уйындары: һигеҙ кеше (Сочи, Рәсәй);
2018 йыл – XXIII Ҡышҡы Олимпия уйындары: биш кеше (Пхенчхан, Корея);
2022 йыл – XXIV Ҡышҡы Олимпия уйындары: 13 + 1 кеше (Пекин, Ҡытай).
Фото: ukranews.com