

Бөгөн, 2 февралдә, Ҡытайҙың баш ҡалаһы Пекинда Ҡышҡы Олимпия уйындары уты эстафетаһы башланды.
Ул ярыштар ойоштороласаҡ Пекин, Яньцин, Чжанцзякоу кластерҙарында үтәсәк һәм 4 февралдә, Ҡышҡы Олимпия уйындарын асыу тантанаһы көнөндә, тамамланасаҡ, тип хәбәр итә ТАСС. Пандемия сәбәпле, эстафета оҙайлылығы һәм маршруты һиҙелерлек ҡыҫҡартылған. Вирустың таралыуына юл ҡуймау өсөн сара тамашасыларһыҙ үтәсәк. Өҫтәүенә, уның этаптары урамдарҙан һәм райондарҙан йыраҡ ойоштороласаҡ.
2022 йылғы уйындар уты иһә Ҡытайҙың баш ҡалаһына Афинанан килтерелгән.
Олимпиаданы ойоштороу комитеты белдереүенсә, 4 февралдә факел Олимпия паркына килтереләсәк. Тап уның биләмәһендә сараны асыу тантанаһы үткәреләсәк “Ҡош ояһы” тип исемләнгән милли стадион урынлашҡан.
Фото: Global kook press.