Олимпиада
4 Февраль 2022, 07:30

Афарин, Анна!

Рәсәй һәм Швейцария илдәренең ҡатын-ҡыҙҙар хоккей командалары осрашты.

Афарин, Анна!Афарин, Анна!
Афарин, Анна!

Бөгөн Пекинда үткәрелгән Ҡышҡы Олимпия уйындарында ҡатын-ҡыҙҙар араһында хоккей уйындары башланды: Рәсәй һәм Швейцария командалары осрашты.

Шуныһы ҡыуаныслы: иҫәп беҙҙең спортсылар файҙаһына булды. Илебеҙ командаһы 5:2 иҫәбе менән еңеү яуланы! Тағы шуныһы үтә һөйөнөслө: республикабыҙ исеменән сығыш яһаған Анна Шибанова ла ҡаршы команда ҡапҡаһына гол сәпәне! Унан тыш, Екатерина Добродеева, Полина Болгарева (өс тапҡыр!) – гол хужалары!

"Был - Олимпия уйындары асылған көндә шәп старт!, - тип яҙҙы республиканың спорт министры Руслан Хәбибов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә. - Өсөнсө шайбаны индергән Анна Шибанова - "Ағиҙел" командаһы вәкиле!"

Иртәгә илебеҙ командаһы АҠШ хоккейсылары менән осрашасаҡ. Матч 16:10 сәғәттә (Мәскәү ваҡыты) башланасаҡ.  Артабан 7 февралдә спортсыларыбыҙ – Канада, 8 февралдә Финляндия йыйылма командалары менән осрашасаҡ.

Фото: match.ru

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас