

Волга буйы федераль округынан 50 спортсы Пекинда үткәрелгән Ҡышҡы Олимпия уйындарында ҡатнаша.
Ил намыҫын яҡлаясаҡ 50 спортсының туғыҙы – резервта. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Волга буйы федераль округында спортсыларҙы Башҡортостан, Пермь крайы һәм Түбәнге Новгород өлкәһе, башҡа төбәктәр менән сағыштырғанда, күберәк ебәрҙе. Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров белдереүенсә, быйыл округтан Пекиндағы уйындарҙа, Токиолоғы үткәрелгән Олимпиадалағы кеүек иҫәптәге спортсылар ҡатнаша.
Спортсыларҙы әҙерләү, спорт үҫеше, сәләмәт, көслө быуын вәкилдәрен тәрбиәләү – төбәктәрҙә тормошҡа ашырылған төп йүнәлештәр. Волга буйы федераль округында спорт объекттарын төҙөү эше әүҙем бара, инфраструктура үҫешә. “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү нормаһы” проекты сиктәрендә 2010 – 2024 йылдарға федераль бюджеттан сараларҙы тормошҡа ашырыу өсөн 15,7 миллиард һум аҡса йүнәлтелгән. Был сумманың 10,5 миллиард һумы 28 физкультура-һауыҡтырыу комплексын, 11 ябыҡ катокты, биш манежды, бер хоккей буйынса төбәк үҙәген төҙөүгә йүнәлтеләсәк. Әле 12 объект файҙаланыуға тапшырылған. Бынан тыш, федераль объект сиктәрендә федераль бюджеттан 9,1 миллиард һум аҡса “аҡыллы” спорт майҙансыҡтары һәм модулле спорт ҡоролмалары өсөн спорт-технологик ҡоролмаларҙы килтереүгә йүнәлтеләсәк.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенконың Ырымбур өлкәһенә эш сәфәре ваҡытында Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров “2016 – 2020 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһында физик культура һәм спорт үҫеше” федераль маҡсатлы программаһы сиктәрендә Волга буйы федераль округында 32 объекттың барлыҡҡа килеүе хаҡында белдергәйне. Улар иҫәбендә ете физкультура-һауыҡтырыу комплексы, бер ябыҡ каток, алты йөҙөү бассейны һәм башҡалар бар. Ошо маҡсаттарҙҙы тормошҡа ашырыу өсөн федераль бюджеттан ике миллиард һум аҡса йәлеп ителгән.
Фото: rt-online.ru