

Бөгөн Пекинда барған Ҡышҡы Олимпия уйындарында республикабыҙ биатлонсыһы Эдуард Латипов ҡатнашлығындағы илебеҙ йыйылма командаһы ҡушылған эстафетала бронза миҙал яуланы.
Был – һуңғы һигеҙ йылда ошо спорт төрө буйынса командабыҙ өсөн беренсе миҙал. Ульяна Ниғмәтуллина һәм Кристина Резцова үҙ этаптарын етенсе урында тамамланы, артабан Александр Логинов һөҙөмтәлерәк атыу арҡаһында лидерлыҡҡа сыға алды. Республика исеменән сығыш яһаған Эдуард Латиповҡа Норвегиянан Йоханнес Бе һәм Франциянан Кентен Майены үтеүгә аҙ ғына ҡалды. Һөҙөмтәлә йыйылма команда бронза миҙал яуланы!
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ошо хаҡта яҙып, ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе.
“Биатлонсыбыҙ Эдуард Латипов Александр Логинов, Ульяна Ниғмәтуллина һәм Кристина Резцова менән берлектә эстафетаны бик шәп үтте һәм Рәсәй йыйылма командаһы составында Пекинда бронза миҙал яуланы, - тип белдерҙе ул. - Башҡорт биатлоны тәрбиәләнеүсеһе Эдуард Латиповты һәм легендар тренерыбыҙ Виктор Никитинды, шулай уҡ барыбыҙҙы ла ҡотлайым!”
Фото: Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһе.