

Башҡортостанда физик культура һәм спорт өлкәләре дәүләт сәйәсәтенең төп йүнәлештәренең береһе булып ҡала.
Былтыр августа үҫмерҙәр араһында үткәрелгән спорт көрәше буйынса донъя беренселегенә 55 илдән вәкилдәр килеүе лә күп нәмә хаҡында һөйләй. Бынан тыш, спортсыларыбыҙ Токиолағы Олимпия уйындарында фехтование буйынса алтын һәм көмөш миҙал, 12 Паралимпия миҙалы яуланы.
Дөйөм алғанда, һуңғы өс йылда республикала спорт өлкәһенә федераль бюджеттан 2,3 миллиард һум йәлеп ителгән. Ҙур объекттарҙан былтыр Ишембайҙа боҙ майҙансығы асылды, Гимнастика үҙәге төҙөлөп бөтөп бара.
Башҡортостан Башлығы Өфөнөң 450 йыллыҡ юбилейы айҡанлы төҙөләсәк ҙур объекттар араһында федераль бюджеттан 1,1 миллиард һум ярҙам бүленгән Көрәш һарайы бар. Юбилей объекттары иҫәбенә шулай уҡ ишкәкле слалом комплексы һәм фехтование үҙәге инә. “Ауыл тренеры” программаһы педагогтарға ауылда эшләргә булышлыҡ итә.
Шуныһы үҙенсәлекле: 2022 йыл республикала спорт өлкәһендә Волейбол йылы тип иғлан ителде.
"Башҡортостан күптән үҙенең спорт йолалары менән дан тота һәм бында Рәсәй, донъя кимәлендәге ярыштар үткәреү өсөн инфраструктура бар, - тип белдергәйне уҙған йыл аҙағында Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Физик культура һәм спорт үҫеше мәсьәләләре буйынса совет кәңәшмәһендә видеосәләмләү менән Рәсәйҙең сит ил эштәре министры, Ишеү слаломы буйынса федерацияның попечителлек советы рәйесе Сергей Лавров. – Республика үҙенең тәрбиәләнеүселәре менән ғорурлана ала. Башҡортостан спортсылары Рәсәйҙең күп кенә дисциплиналар буйынса йыйылма командаларға ҡарай, төрлө чемпионаттарҙа даими рәүештә еңеүсе була, призлы урындар яулай".
Ошо уҡ сарала Рәсәйҙең Биатлонсылар союзы рәйесе Виктор Майгуров: “Башҡортостан илдең башҡа төбәктәре өсөн халыҡ-ара ярыштарға спортсыларҙы әҙерләүҙә ҙур һәм яҡшы миҫал булып тора”, - тип әйткәйне.
Республикала юғары ҡаҙаныштар спорты үҫешенә һәм сәләмәт тормош алып барыуҙы пропагандалауға етди иғтибар бүленә.
Фото: utv.ru