Олимпиада
5 Февраль 2022, 10:00

Беренсе миҙал яуланды!

Пекиндағы Олимпия уйындары нисек бара?

Беренсе миҙал яуланды!Беренсе миҙал яуланды!
Беренсе миҙал яуланды!

Саңғысы Наталья Непряева 15 километр арауыҡҡа скиатлон ярыштарында икенсе урын яуланы һәм Рәсәй командаһына Пекиндағы Олимпия уйындарының беренсе миҙалын килтерҙе.

Норвегиянан Тереза Йохаут (55 минут 13,7 секунд) беренселекте яуланы, өсөнсө урын Австриянан Тереза Штадлоберға (+30,5) эләкте. Яҡташыбыҙ Норвегия спортсыһынан 30,2 секундҡа артта ҡалды.

Наталья Непряеваға – 26 йәш. Ул быға тиклем Пхёнчханда үткәрелгән ярыштарҙа эстафетала бронза миҙал яулағайны. Спортсы донъя чемпионаттарында көмөш һәм ике бронза миҙалға лайыҡ булған.

Фото: 

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас