

"Пекиндағы Олимпиадала Башҡортостан вәкилдәре тәүге миҙалды яуланы.
Беҙҙең биатлонсы Эдуард Латипов Кристина Резцова, Ульяна Ниғмәтуллина, Александр Логинов менән бергә 4х6 километрлыҡ ҡатнаш эстафетала бронза миҙал яуланы.
Эдуард Латиповты һәм тренер Виктор Никитинды республика Башлығы Радий Хәбиров ҡотланы.
Республикаға идара итеү үҙәге командаһы ла ҡотлауҙарға ҡушыла. Ғорурланабыҙ!
Мәғлүм булыуынса, 2022 йылғы ҡышҡы Олимпиадала Башҡортостандан 15 спортсы ҡатнаша. Күҙәтеп барабыҙ һәм һоҡланабыҙ!" - тип хәбәр ителә Республикаға идара итеү үҙәге төркөмөндә.
Фото: vk.com/wall-201146046_21631
Сығанаҡ: vk.com/wall-201146046_21631