+21 °С
Болотло


Рәсәйҙең шорт-трексылары Семен Елистратов менән Денис Айрапетян Пекиндағы Ҡышҡы Олимпия уйындарында 1000 метр арауыҡҡа сирек финалға сыға алманы.
Республикабыҙ исеменән сығыш яһаған Семен Елистратов, 1 минут 24,077 секунд ваҡыт күрһәтеп, өсөнсө булып килде. Ә Денис Айрапетян икенсе йүгереүҙә йығылды һәм арауыҡты үтеү ҡағиҙәләрен боҙған өсөн “яза алды”. Судьялар уны үҙе ғәйепле тип таныны һәм ул дисквалификацияланды.
Квалификация раундында барлығы 32 спортсы ҡатнашты.
Фото: visualrian.ru