Олимпиада
6 Февраль 2022, 13:00

Башҡорттар – Пекинда!

Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова: "Милли кейемебеҙҙе һәм ҡурайҙы тағы бер тапҡыр тотош донъяға таныттылар".

Башҡорттар – Пекинда!Башҡорттар – Пекинда!
Башҡорттар – Пекинда!

Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡованың социаль селтәрҙәге сәхифәһенә ҡуйған видеояҙмаһынан күренеүенсә, Пекиндағы Милли стадионда тотош планетабыҙға арналған эпизодта башҡорт көнкүреше картинаһы ла ҡуйылған. Шулай итеп, башҡорт милли костюмын һәм ҡурайҙы тағы бер тапҡыр тотош донъяға таныттылар!

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Ҡышҡы Олимпия уйындарында Рәсәйҙән 212 спортсы ҡатнаша. Илдең йыйылма олимпия командаһында – 103 ҡатын һәм 109 ир. Беҙҙән спорт ғаризалары – барлыҡ илдәр араһында икенсе.

Башҡортостан – Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында Пекинда үткәреләсәк ҡышҡы Олимпия уйындарында ҡатнашасаҡ спортсылар һаны буйынса беренсе урында. Республика намыҫын 15 спортсы яҡлай. Улар – “Ағиҙел” хоккей командаһынан ете спортсы (Полина Лучникова, Анна Шибанова, Ольга Сосина, Мария Сорокина, Мария Печникова, Илона Маркова, Вероника Коржакова), “Салауат Юлаев” хоккей командаһынан Александр Кадейкин һәм Шакир Мөхәмәҙуллин, биатлонсы Эдуард Латипов (тағы запаста Антон Бабиков), шорт-трексы Семен Елистратов, боблейсылар Ростислав Гайтюкович һәм Юлия Беломестных, скелетонсы Александр Третьяков. Уларҙың барыһына тағы бер тапҡыр уңыштар һәм еңеү яулауҙарын теләйбеҙ!

Фото һәм видео республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡованың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас