Олимпиада
6 Февраль 2022, 10:00

Йығылды, әммә алтын миҙалды алды!

Бөгөн Пекинда үткәрелгән Ҡышҡы Олимпия уйындарында ир-егеттәр скиатлон буйынса ярышты.

Йығылды, әммә алтын миҙалды алды!Йығылды, әммә алтын миҙалды алды!
Йығылды, әммә алтын миҙалды алды!

Илебеҙ саңғысыһы Александр Большунов Пекиндағы Олимпиадала скиатлон буйынса ярыштарҙа алтын миҙал яуланы. Был – уның карьераһында беренсе Олимпиада алтыны.

Шуны билдәләргә кәрәк: Александр Большунов ярыш ваҡытында йығылды, әммә хәлде тиҙ генә яйға һалып, лидерлыҡҡа сыға алды! Икенсе урында – шулай уҡ Рәсәйҙән Денис Спицов, өсөнсөлә - Финляндиянан Ийво Нисканен.

Әйткәндәй, скиатлон ярыштарында спортсыларға 15 километр арауыҡты – классик стиль, тағы 15 километрҙы ирекле стиль менән үтеү зарур.

Фото: AFP

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас