Олимпиада
6 Февраль 2022, 04:00

“Йыл тренеры” кемдәр өсөн "көйә"?

Дәүләкән ҡыҙы Айгөл Хәкимова бөгөн Өфө районының Шамонин урта мәктәбе уҡыусылары менән шөғөлләнә. Уның фекеренсә...

“Йыл тренеры” кемдәр өсөн "көйә"?“Йыл тренеры” кемдәр өсөн "көйә"?
“Йыл тренеры” кемдәр өсөн "көйә"?

Дәүләкән районының Ҡыҙрас ауылынан Айгөл Хәкимова ғүмерен спортҡа һәм спортсылар әҙерләүгә арнаған. Ул, саңғы секцияһы ойоштороп, дүрт йыл эсендә Рәсәй чемпиондарын әҙерләүгә өлгәшә алған.

“Ҙур, татыу ғаиләлә үҫтем. Алты ҡыҙ һәм бер малай бергә уйнап буй еткерҙек. Һәммәбеҙ ҙә бәләкәйҙән спорт яраттыҡ, –  тип һөйләй хәҙер тренер. – Тыуған ауылымда IV класҡа тиклем белем алғас, артабан уҡыуҙы Дәүләкән мәктәп-интернатында дауам иттем. Мәктәп йылдарында уҡ спортты, аныҡлабыраҡ әйткәндә, саңғыла шыуыуҙы үҙ иттем, аҙаҡҡараҡ район ярыштарында ҡатнаша башланым. Шулай итеп, V класта саңғыға баҫҡандан алып унан айырылғаным юҡ. Мәктәп, артабан район ярыштарында алдынғы урындарҙы яулай торғайным. Аҙаҡ Дәүләкән педагогия училищеһында һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының физик культура факультетында белем алғанда ла яратҡан спорт төрө менән шөғөлләнеүҙән туҡтаманым”.

Әле Айгөл Хәкимова Өфө районының Шамонин урта мәктәбендә белем алған уҡыусылар менән эшләй. Ул - саңғы ярыштары һәм биатлон буйынса тренер. Уның өлкән улы Эдуард – биатлон буйынса спорт мастеры. Улы Илнар менән ҡыҙы ла Милена ла Айгөл Әүхәт ҡыҙы етәкселек иткән секцияға йөрөй. Әйткәндәй, Эдуард Имаев Рәсәйҙең йыйылма командаһы составында Европа беренселегендә үҙ көсөн һынап ҡараясаҡ.

Күптән түгел Башҡортостан” телерадиокомпанияһы “Ҡурай-ТВ” телеканалының “Ҡурай даны” телевизион премияһына лайыҡ булғандар араһында Айгөл Хәкимова ла бар ине: ул “Йыл тренеры” тип танылды.

“Спорт менән, уның ниндәй генә төрө булмаһын, иң тәү сиратта сәләмәтлек өсөн шөғөлләнергә кәрәк. Бынан тыш, ул ныҡышмаллылыҡ, тырышлыҡ кеүек сифаттарҙы тәрбиәләүгә булышлыҡ итә. Уның менән төпкөл ауылдарҙа йәшәгәндәр ҙә шөғөлләнә ала. Иң мөһиме - бының өсөн теләк кенә булһын, – ти тренер. – Әгәр тәбиғәттән бирелгән талант һәм тағы ҙур ҡаҙаныштар бар икән, үҙеңде профессиональ спортта һынарға мөмкин. Әйткәндәй, бөгөн тәрбиәләнеүсем Искәндәр Ғәлин биатлон буйынса халыҡ-ара ярыштарҙа бик уңышлы сығыш яһаны. Унда Рәсәй төбәктәренән, Ҡытай һәм башҡа илдәрҙән спортсылар ҡатнашты".

Тренер республикала спорт менән шөғөлләнеү өсөн шарттар булыуы хаҡында ла һөйләне.

- “Биатлон” комплексын ғына алайыҡ, унда спорт менән шөғөлләнеү өсөн барлыҡ шарттар бар. Әйткәндәй, Пекинда барған Ҡышҡы Олимпия уйындарында республикабыҙ өсөн сығыш яһаған Эдуард Латипов һәм Антон Бабиков өсөн “көйәм”. Бөгөн Эдуард Латипов алтын миҙал яулауға өлгәшә алмаһа ла, бының өсөн әле мөмкинлектәр, уңыш йылмайыр тип ышанам”.

ҺҮРӘТТӘ: Айгөл Хәкимова тәрбиәләнеүселәре менән.

Фото Айгөл Хәкимованың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас