Олимпиада
7 Февраль 2022, 14:45

Үҙебеҙҙекеләр өсөн “көйәйек”!

Был аҙнала Башҡортостандан тағы шорт-трек, скелетон, бобслей һәм ирҙәр хоккейы ярыштарында Башҡортостан спортсылары сығыш яһаясаҡ.

Үҙебеҙҙекеләр өсөн “көйәйек”!Үҙебеҙҙекеләр өсөн “көйәйек”!
Үҙебеҙҙекеләр өсөн “көйәйек”!

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәндәгеләр хаҡында яҙҙы.

“Фигуристарҙың команда турнирында ваҡытынан алда еңеүе ярҙамында ватан йыйылма командаһы бөгөн Олимпия уйындарында дөйөм иҫәп буйынса икенсе баҫҡысҡа күтәрелде.

Дөйөм алғанда, спортсыларыбыҙ баштан уҡ яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә. Үткән аҙнала беренсе еңеүҙе ҡатын-ҡыҙҙарҙың хоккей буйынса командаһы килтергәйне: ҡыҙҙарыбыҙ Швейцария командаһын 5:2 иҫәбе менән еңгәйне. Рәсәй йыйылма командаһы составында Башҡортостандан бер юлы биш спортсы бар: Мария Сорокина, Мария Печникова, Анна Шибанова, Вероника Коржакова һәм Полина Лучникова. Барыһы ла улар – “Ағиҙел” тәрбиәләнеүселәре. Ҡыҙҙарыбыҙҙың сираттағы уйындары – иртәгә, улар Финляндия командаһы менән алышасаҡ.

Олимпия уйындары тарихында Рәсәй командаһы беренсе тапҡыр ҡушма эстафетала алтын миҙал яуланы. Биатлонсыларыбыҙҙың, улар араһында Эдуард Латипов та бар, бронза миҙалға лайыҡ булды – улар Норвегия һәм Франция йыйылма командаларынан ҡалышты. Ярыштар алдынан Пекинда Эдуард ковид менән сирләй ине, әммә ауырыған ваҡытында ла күнекмәләрҙе ныҡышмалы үткәреүҙе дауам итте. Әйткәндәй, Эдуард Рәсәй йыйылма командаһы лидерҙарының береһе иҫәпләнә. Был аңлашыла ла – уның холҡо менән. Шулай итеп, иртәгә уның өсөн шәхси уҙыштарҙа көйәсәкбеҙ.

Был аҙнала Башҡортостандан тағы шорт-трек, скелетон, бобслей һәм ирҙәр хоккейы ярыштарында Башҡортостан спортсылары сығыш яһаясаҡ. Спортсыларыбыҙ – маладис, әммә уларҙың көнәркәштәре лә - йыйып алынған кеүек. Шуға яҡташтарыбыҙға терәк булыу мөһим - ҙур эш атҡара улар. Һәр береһе спорт менән шөғөлләнеүҙе пропагандалай. Улар үҙ миҫалында балаларға ла, өлкәндәргә лә, спорт менән шөғөлләнеүҙең кәрәк һәм абруйлы икәнлеген күрһәтә.

Дөйөм алғанда, әйҙә, беҙҙекеләр өсөн Пекинда ла ишетелерлек итеп “сирләйек”. Шәхсән үҙем быны менән ҡәнәғәт шөғөлләнәсәкмен! Ҡушылығыҙ!”

Фото: А. Назаровтың сәхифәһе.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас