Олимпиада
7 Февраль 2022, 17:30

Комбинезон да еңеү яуларға ярҙам итә!

Владимир Славский Рәсәй спортсыларының уңыштары, уларҙың экипировкаһының судьяларҙа нисек дәғүә тыуҙырмауы хаҡында социаль селтәрҙә түбәндәгеләрҙе белдерҙе.

Комбинезон да еңеү яуларға ярҙам итә!Комбинезон да еңеү яуларға ярҙам итә!
Комбинезон да еңеү яуларға ярҙам итә!

Был исемдәрҙе хәтерҙә ҡалдырығыҙ: Ирма Махиня, Данил Садреев, Ирина Аввакумова һәм Евгений Климов. Көмөш миҙал – беҙҙекеләрҙә! Беренсе урында – Словения, өсөнсө урында – Канада спортсылары.

Шулай итеп, илебеҙ командаһы Олимпия уйындарында нормаль трамплиндан һикереү буйынса икенсе урынға сыҡты. Рәсәйҙең Трамплиндан һикереү һәм саңғы ике алышы буйынса федерацияһы вице-президенты Владимир Славский Рәсәй спортсылары уңыштары, уларҙың экипировкаһы судьяларҙа нисек дәғүә тыуҙырмауы хаҡында социаль селтәрҙә түбәндәгеләрҙе белдерҙе: “Был – сенсация. Әммә һәр сенсацияла законлылыҡ бар, һәм ул – был төр беренсе тапҡыр Олимпия уйындарына индерелде. Беҙ ярты йыл элек тренерҙар составы менән миҙал өсөн көрәшәсәгебеҙҙе асыҡланыҡ. Был – иҫәп, планлы әҙерлек алып барҙыҡ. Команда Олимпия уйындарына һөҙөмтәләрҙе яҡшыртты. Донъя кубоктарында йыш ҡына комбинезон өсөн дисквалификациялайҙар ине, шуға Олимпия уйындары составына баш тренер Евгений Плехановтың ныҡлап һорауы буйынса комбинезондар буйынса белгесте лә индерҙек. Бынан тыш, ноябрҙә үк был һорауҙы FIS вәкиле менән оҫталыҡ класында ҡараныҡ. Ә артабан спортсылар үҙ ролен уйнаны”.

Шулай итеп, Япония, Германия һәм Австрия һикереүселәре - фавориттар - Олимпия уйындарында кейгән комбинезондарының нормаларға тап килмәүе өсөн дисквалификацияланды. Ә был спорт төрө буйынса илебеҙ спортсылары 1968 йылдан алып миҙалға өлгәшә алмаған. Шулай: спортта сенсация ла ярҙам итә, юғиһә ярыштар башында беҙҙекеләр ниндәйҙер миҙал яулар тигән өмөт юҡ ине.

Фото: match.tv

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас