Олимпиада
8 Февраль 2022, 14:00

Алтын миҙалды кем яуланы?

Бөгөн  Эдуард Латипов ир-егеттәр араһында биатлон буйынса шәхси уҙыштарҙа үҙ көсөн һынаны.

Алтын миҙалды кем яуланы?Алтын миҙалды кем яуланы?
Алтын миҙалды кем яуланы?

Бөгөн илебеҙ йыйылма командаһында республикабыҙ исеменән сығыш яһаған Эдуард Латипов ир-егеттәр араһында биатлон буйынса шәхси уҙыштарҙа үҙ көсөн һынаны. Уның менән бергә Александр Логинов,  Кәрим Хәлили һәм Максим Цветков сығыш яһаны.

Биатлон шуныһы менән үҙенсәлекле: был спорт төрөндә ваҡытты әрәм итмәҫ өсөн сәпкә тура атыу талап ителә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, илебеҙ спортсыларына был йәһәттән уңыш йылмайманы. Бөгөн Франция Пекинда беренсе алтын миҙалын яуланы. Ә урындар түбәндәгесә:

  1. Кантен Фийон Майе (Франция) – 2 яҙа атыу;
  2. Антон Смольский (Беларусь) – 0 яҙа атыу, +14,8;
  3. Йоханнес Бё (Норвегия)– 2 яҙа атыу, +31,1;
    4. Максим Цветков (ROC) – 1 яҙа атыу, +34,9;
    10. Александр Логинов (ROC) – 3 яҙа атыу, +1,40,2;
    11. Эдуард Латипов (ROC) – 3 яҙа атыу, +2,25,7;
    33. Кәрим Хәлили (ROC) – 4 яҙа атыу, +4,39,1.

Бөгөнгө ярыштарҙа спортсыларыбыҙҙың миҙалдарҙы яулай алмауы кәйефте бер аҙ төшөрһә лә, әле быға өмөт бар әле, тигән уй күңелдә ҡалды. Әйткәндәй, ирекле стилле спринтта илебеҙ спортсыһы Александр Терентьев бронза миҙал яуланы.

ҺҮРӘТТӘ: Максим Цветков.

Фото: kp.ru

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас