

Ҡатын-ҡыҙҙар араһында фристайлда Ҡытайҙан Гу Айлин алтын миҙалға лайыҡ булды. Икенсе урында - Тесс Ледё (Франция), өсөнсөлә - Матильда Гремо (Швейцария). Илебеҙ спортсыһы Анастасия Тоталина - 10-сы урында.
Ҡатын-ҡыҙҙар араһында хоккейҙа АҠШ менән Канада командалары осрашты: иҫәп Канада файҙаһына 2:4 булды.
Тағы илебеҙ спортсыһы Александр Большунов спринт ярыштарында ҡатнашмаясаҡ. Күптән түгел генә биатлонсы Максим Цветковты карьераһын тамамлау тураһындағы уйҙар йөҙәтһә, бөгөн иһә ул Ҡышҡы Олимпия уйындарында индивидуаль ярыштарҙа сығыш яһаясаҡ.
Тиҙлек менән аҫҡа төшөүҙә Австриянан Маттиас Майер алтын миҙал яуланы, быға тиклем ул бронза миҙалға лайыҡ булғайны.
Ир-егеттәр араһында яңғыҙ фигуралы шыуыу буйынса ҡыҫҡа программала – экватор. Әлегә һөҙөмтәләр ошолай:
1. Евгений Семененко (ROC) – 95,76
2. Кевин Аймо (Франция) – 93,00
3. Цзинь Боян (Ҡытай) – 90,98
4. Адам Сяо Хим Фа (Франция) – 86,74.
Бөгөн ир-егеттәр араһында биатлон буйынса ярыштарҙа Александр Логинов, Эдуард Латипов, Кәрим Хәлили һәм Максим Цветков сығыш яһай. Яҡташыбыҙ Эдуард Латипов уңыштарға өлгәшер, тигән өмөттәбеҙ. Әлегә уның һәм Александр Логиновтың миҙалдар “янсығы”нда берешәр бронза бар. Уны йыйылма команда составында ҡатнаш эстафетала яулағайнылар.
ҺҮРӘТТӘ: Эдуард Латипов.
Фото: gg12.ru