

Бөгөн Рәсәй хоккейсылары Швейцария командаһы менән осрашты. Рәсәй Олимпия комитеты йыйылма командаһы (Russian Olympic Committee — ROC) В төркөмөндә Дания, Чехия һәм Швейцария командалары менән көс һынаша.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, илебеҙ йыйылма командаһы 25 уйынсыны Пекиндағы Олимпия уйындарында ҡатнаштырыу өсөн заявка биргән. Был составта – өс ҡапҡасы, һигеҙ һаҡсы һәм 14 һөжүм итеүсе. Исемлектә тағы барыһынан да һуңыраҡ йыйылма командаға эләккән форвард Сергей Плотников бар. Икенсе һөжүм итеүсе Артем Анисимов – запастағы хоккейсылар исемлегендә.
Пекинда уйнаған Рәсәй Олимпия комитетының хоккей буйынса йыйылма командаһы менән йәнә таныштырабыҙ:
Ҡапҡасылар: Александр Самонов (СКА), Тимур Билялов (“Аҡ Барыҫ”), Иван Федотов (ЦСКА).
Һаҡсылар: Александр Никишин (“Спартак”), Вячеслав Войнов (“Динамо”), Александр Елесин (“Локомотив”), Артем Минулин, Егор Яковлев (икеһе лә – “Металлург”тан), Никита Нестеров (ЦСКА), Сергей Телегин (“Трактор”), Дамир Шәрипйәнов (“Авангард”).
Һөжүм итеүселәр: Сергей Андронов, Михаил Григоренко, Сергеей Плотников, Антон Слепышев, Павел Карнаухов (барыһы ла – ЦСКА), Никита Гусев (СКА), Дмитрий Воронков (“Аҡ Барыҫ”), Вадим Шипачев, Станислав Ғәлиев (икеһе лә – “Динамо”), Арсений Грицюк, Кирилл Семенов (икеһе лә – “Авангард”), Артур Ҡәйүмов (“Локомотив”), Андрей Чибисов (“Металлург”), Владимир Ткачев (“Трактор”).
Запастағылар: ҡапҡасы Дмитрий Шугаев (“Северсталь”), һаҡсы Шакир Мөхәмәҙуллин (“Салауат Юлаев”), һөжүм итеүселәр Кирилл Марченко (СКА), Александр Кадейкин (“Салауат Юлаев”), Артем Анисимов (“Локомотив”).
Рәсәй хоккейсыларының Пекинда осрашҡан беренсе командаһы Швейцариянан булды. Был матч илебеҙ иҫәбенә 1:0 менән тамамланды. Голды Антон Слепышев индерҙе.
Беренсе уйын осоронда һаҡсы Александр Никишин, ҡаршы яҡ команда хоккейсыһын сәкән менән һуғып, ике минутлыҡ штраф алды. Тағы икенсе уйын осоро аҙағында арбитр илебеҙҙең командаһынан Дмитрий Воронковты, Павел Корноуховты, Швейцариянан Мирко Мюллерҙы һәм Андреас Амбюлде һуғышып киткәндәре өсөн уйындан ситләтте.
Шулай ҙа беренсе матч беҙҙең өсөн уңышлы булды. Әгәр Вадим Шипачев, Никита Гусев, Сергей Андронов, Вячеслав Войнов, Михаил Григоренко, Никита Нестеров һәм Егор Яковлев – ошо хокейсылар илебеҙ командаһы составында быйыл да хоккей буйынса Олимпия уйындары еңеүсеһе тип танылһа, был хоккейсылар икенсе тапҡыр рәттән Олимпиада чемпиондары тип таныласаҡ.
Әйткәндәй, хоккейсыларыбыҙ 11 февралдә – Дания, 12 февралдә Чехия командаһы менән көс һынашасаҡ. Ҡарайбыҙ, “көйәбеҙ”, уларға уңыштар теләйбеҙ!
Фото: olympicsrus.