Олимпиада
9 Февраль 2022, 14:00

Бобслейҙы тик көслөләр һайлай

Һеҙҙең иғтибарға - Юлия Беломестныхтың Пекиндағы күнекмәләре һәм ундағы көндәлек тормошо хаҡында видеояҙмалар.

Бобслейҙы тик көслөләр һайлайБобслейҙы тик көслөләр һайлай
Бобслейҙы тик көслөләр һайлай

Бобслей – боҙло трасса буйлап санала шәп тиҙлектә аҫҡа төшөү. Был бобтың ауырлығы 175-тән 185 килограмға тиклем тәшкил итә. Ул ирҙәр өсөн еңел спорт төрө түгел, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн бигерәк тә. Шуға бобслейҙы һайлаған кеше көслө генә түгел, шәп тиҙлектән ҡурҡмаған ҡыйыу ҙа булырға тейеш.

Бына ошо спорт буйынса Башҡортостан исеменән сығыш яһаған спортсыларҙың береһе – Юлия Беломестных. Уны уңышлы ғына түгел, ә илебеҙ спортындағы иң сибәр спортсыларҙың береһе тип йөрөтәләр. Күрше Ырымбур өлкәһенең Новотроицк ҡалаһында тыуып үҫкән. Шунда уҡ уҡыған. Юлия 2-се балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә тренер Алексей Дашевский менән шөғөлләнгән. 2013 йылда Рәсәйҙең ҡыҙҙар һәм егеттәр араһында еңел атлетика буйынса беренселегендә алтын миҙалға лайыҡ булған. 19 йәшендә Мәскәүгә килгән һәм бобслей менән шөғөлләнә башлаған. 2016 йылдың февралендә Австрияла Бобслей һәм скелетон буйынса донъя чемпионатында 11-се урын яулаған. Бер йыл үткәс, Рәсәйҙә бобслей һәм скелетон буйынса Любовь Черных менән берлектә бронза миҙал яулаған. 2018 йылдың февралендә Рәсәй исеменән Пхёнчханда сығыш яһаған.

Һеҙҙең иғтибарға Юлияның Пекиндағы күнекмәләре һәм ундағы көндәлек тормошо хаҡында видеояҙмаларҙы тәҡдим итәбеҙ. Уларҙы спортсы республиканың Спорт министрлығы матбуғат хеҙмәтенә ебәргән.

Фото: mst.mosreg.ru

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас