Олимпиада
9 Февраль 2022, 10:15

Данил Стәрлетамаҡта белем ала

Стәрлетамаҡ колледжы студенты Данил Садреев илдең йыйылма командаһы менән берлектә трамплиндан һикереүҙә миҙал яуланы! 

Данил Стәрлетамаҡта белем алаДанил Стәрлетамаҡта белем ала
Данил Стәрлетамаҡта белем ала

Данил Садреев Стәрлетамаҡ физик культура, идара итеү һәм сервис колледжында белем ала. Пекиндағы Олимпиадала ул Евгений Климов, Ирма Махиня һәм Ирина Аввакумова менән берлектә трамплиндан һикереү буйынса илебеҙ тарихында икенсе миҙалға лайыҡ булды. 

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, һуңғы тапҡыр Рәсәй был миҙалды 1968 йылда Гренболдағы Олимпиадала яулағайны. Ул ваҡытта Владимир Белоусов ҙур трамплиндан һикереү буйынса иң яҡшыһы тип танылғайны. 

Данил Татарстан Республикаһы өсөн сығыш яһай. Уны Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ҡотланы һәм уға яңы еңеүҙәр, сикһеҙ энергия, ныҡлы сәләмәтлек теләне.

Беҙ ҙә Данилды ошо уңышы менән тәбрикләйбеҙ. 18 йәштә тотош донъя кимәлендә үткәрелгән ярыштарҙа ҡатнашыу һәм ошондай уңышҡа өлгәшеү – үҙе ҙур мәртәбә! Афарин!

Фото: Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизовтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.  

Данил Стәрлетамаҡта белем ала
Данил Стәрлетамаҡта белем ала
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас