Олимпиада
9 Февраль 2022, 15:00

Семен Елистратовты ҡотлайбыҙ!

Яҡташыбыҙҙы бөгөнгө уңышы менән республика Башлығы Радий Хәбиров та тәбрикләне.

Семен Елистратовты ҡотлайбыҙ!Семен Елистратовты ҡотлайбыҙ!
Семен Елистратовты ҡотлайбыҙ!

Бөгөн яҡташыбыҙ Семен Елистратов шорт-трек буйынса ярыштарҙа үҙ көсөн һынаны.

Белеүебеҙсә, сығышы менән Өфөнән булған шорт-трексы Семен Елистратов 2014 йылда үткәрелгән Олимпия уйындары чемпионы булды, 2018 йылда 1500 метрлыҡ арауыҡта призлы урын яуланы, 2015 йылда - 1500 метр арауыҡта чемпион, донъя чемпионаттарында ике тапҡыр көмөш миҙал яуланы, биш тапҡыр бронза миҙалға лайыҡ булды. Ул – күп тапҡыр Европа чемпионы. 1000 метр арауыҡта донъя кубогына лайыҡ булған спортсы. Әйткәндәй, Семен Елистратов Олимпиадала дүртенсе тапҡыр ҡатнаша.

Шуныһы үҙенсәлекле: шорт-тректың 1500 метр арауыҡҡа ярыштарҙың А финалында барлығы 10 спортсы миҙалдар өсөн көс һынашты. Быға тиклем бындай хәлдең - шул сама спортсының бер юлы ҡатнашыуының - теркәлгәне булмаған. Бөгөн Семен Елистратов шәхси уҙыштарҙа бронза миҙалға лайыҡ булды! Беренсе урынды – Кореянан Тэ Хон Хван, икенсене Канаданан Стивен Дюбуа яуланы (ул Семен Елистратовты фотофиниш һөҙөмтәләре ярҙамында ғына үтә алды).

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Семен Елистратовты Пекинда шорт-трек буйынса 1500 метр арауыҡҡа ярыштарҙа бронза миҙал яулауы менән ҡотланы. "Семенды һәм барыһын да ҡотлайым!" - тип яҙҙы Радий Фәрит улы.

Ниндәй генә ярыштарҙа ҡатнашмаһын, спортсы һәр саҡ алға ынтылды, тырышты һәм маҡсатына өлгәште! Яҡташыбыҙҙы ҡотлайбыҙ, шатбыҙ, ғорурланабыҙ! 

Фото: olympicsrus

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас