

Бөгөн бөтә донъя Пекинда барған Ҡышҡы Олимпия уйындарын ҙур ҡыҙыҡһыныу менән күҙәтә, үҙ иленең командаһы өсөн янып көйә. Беҙ ҙә Рәсәй спортсыларының сығыштарын иғтибар менән күҙәтеп, уңыштарҙың мул, еңеүҙәрҙең тос теләйбеҙ. Бөгөн уларға беҙҙең теләктәшлек айырыуса ныҡ кәрәк, сөнки спортсыларыбыҙҙың ниндәй сикләүҙәр, хатта ҡыҫым аҫтында сығыш яһауын барыбыҙ ҙа күреп-белеп торабыҙ.
Учалы районының Ҡолош ауылынан 92 йәшлек ветеран Зәйет Шакиров “Айыҡ ауыл” конкурсына ярашлы үткәрелгән ярышта саңғыға баҫҡан. Үҙенең был аҙымын ул Пекиндағы Олимпиадала илебеҙ намыҫын яҡлаған спортсыларға теләктәшлек белдереүе, уларҙы дәртләндерергә теләүе менән аңлата.
“Афарин”дан башҡа ни әйтәһең шундай рухлы уҙаманға!
Сығанаҡ һәм видео: “Моя Уфа”.