

Пекиндағы Ҡышҡы Олимпия уйындарындағы фигуралы шыуыуҙа призлы урындарҙы яулағандарҙы бүләкләү тантанаһының тотҡарланыуы Рәсәй спортсыһы Камила Вәлиеваның допинг-тест һөҙөмтәләре менән бәйле, тип хәбәр итә Inside the Games порталы.
Шишәмбе Халыҡ-ара Олимпия комитеты, команда турниры һөҙөмтәләрен Халыҡ-ара конькиҙа йүгереүселәр союзынан юридик хәлдәрҙе аныҡлауға һылтанып, фигуралы шыуыу буйынса спортсыларҙы бүләкләү тантанаһын үткәрмәне, тип хәбәр итә ТАСС.
Шаршамбы Inside the Games порталы наградлау тантанаһын тотҡарлауҙың сәбәбе Камила Вәлиеваның допинг-тест һөҙөмтәләре менән проблемалар булыуы ихтимал, тип күҙаллай. Порталда белдерелеүенсә, ыңғай допинг-тестың 2021 йылдың декабрендә теркәлеүе мөмкин. Inside the Games порталы юридик проблемаларҙың Рәсәй спортсыһының 15 йәшлек булыуы менән бәйле тип аныҡлай. Бөтә донъя допингҡа ҡаршы агентлыҡ ҡағиҙәләре буйынса, Камила Вәлиева “яҡланған шәхес” тип һанала, сөнки допингҡа ҡаршы ҡағиҙәләрҙе боҙоу тип күҙалланған ваҡытта уға 16 йәше тулмаған һәм шуға ул ғәйепле тип һанала алмай. Шулай уҡ портал хәбәр итеүенсә, Камила Вәлиева буйынса юридик тикшереү эше 10 февралдә тамамланырға тейеш.
Рәсәйҙең фигуралы шыуыу буйынса йыйылма командаһы команда турнирында еңгәйне. Олимпия миҙалдарын Камила Вәлиева, Марк Кондратюк, спорт парҙары ярыштарында сығыш яһаған Анастасия Мишина һәм Александр Ғәлләмов, шулай уҡ бейеүселәр Виктория Синицина һәм Никита Коцолапов яулағайны. Икенсе урынға – АҠШ, өсөнсө урынға Япония командаһы сыҡҡайны.
Камила Вәлиева – Рәсәйҙең һәм Европаның ғәмәлдәге чемпионы. Ул - ҡыҫҡа (90,45 балл), ирекле (185,29) һәм программалар суммаһы (272,71 балл) буйынса рекордтар эйәһе. Команда турниры сиктәрендә спортсы ике программала ла еңгәйне. Камила Вәлиеваның тренеры – Этери Тутберидзе.
Рәсәйҙең Конькиҙа фигуралы шыуыу буйынса федерацияһы фигуристка Камила Вәлиева менән бәйле хәлгә рәсми мәғлүмәт көтә.
Фото: mcdn.tvzvezda.ru