Олимпиада
10 Февраль 2022, 17:30

Бик үкенесле...

Ә ул Пекинда илебеҙ өсөн тәүге миҙалды яулағайны...

Бик үкенесле...Бик үкенесле...
Бик үкенесле...

Саңғысы Наталья Непряева 15 километр арауыҡҡа скиатлон ярыштарында икенсе урын яуланы һәм Рәсәй командаһына Пекиндағы Олимпия уйындарының беренсе миҙалын килтерҙе, тип хәбәр иткәйнек инде.

Тик бөгөн уға Пекинда уңыш йылмайманы: ҡатын-ҡыҙҙар араһында айырым стартлы саңғы уҙыштарында финал бик үкенесле булды. Спортсыбыҙға өсөнсө урынды – бронза миҙалды – яулауға секундтың ундан бер өлөшө генә етмәне! Тап ошо мәл уны миҙалдан ситләтте...

Белеүебеҙсә, Наталья Непряеваға – 26 йәш. Ул быға тиклем Пхёнчханда үткәрелгән ярыштарҙа эстафетала бронза миҙал яулағайны. Спортсы донъя чемпионаттарында көмөш һәм ике бронза миҙалға лайыҡ булған.

Фото: olympicsrus

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас