

Пекиндағы Ҡышҡы Олимпия уйындарындағы фигуралы шыуыуҙа призлы урындарҙы яулағандарҙы бүләкләү тантанаһының тотҡарланыуы Рәсәй спортсыһы Камила Вәлиеваның допинг-тест һөҙөмтәләре менән бәйле, тип хәбәр итте Inside the Games порталы, тип яҙғайныҡ инде.
Рәсәйҙең Конькиҙа фигуралы шыуыу буйынса федерацияһы фигуристка Камила Вәлиева Пекиндағы Ҡышҡы Олимпия уйындарында ҡатын-ҡыҙҙар араһындағы яңғыҙ фигуралы шыуыуҙа ҡатнашасаҡ, тип хәбәр итте. “Камила уйындарҙа ҡатнашыуҙан ситләтелмәне. Халыҡ-ара Олимпия комитетынан рәсми белдереү көтәбеҙ, - тип белдергән Рәсәйҙең Конькиҙа фигуралы шыуыу буйынса федерацияһы пресс-атташеһы Ольга Ермолина. – Команда турнирындағы миҙалдарҙы тапшырыуға килгәндә, уның датаһын шулай уҡ Халыҡ-ара Олимпия комитеты асыҡлаясаҡ”.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Камила Вәлиева – Рәсәйҙең һәм Европаның ғәмәлдәге чемпионы. Ул - ҡыҫҡа (90,45 балл), ирекле (185,29) һәм программалар суммаһы (272,71 балл) буйынса рекордтар эйәһе. Команда турниры сиктәрендә спортсы ике программала ла еңгәйне. Камила Вәлиеваның тренеры – Этери Тутберидзе.
Фото: fso.icebb.ru