Олимпиада
10 Февраль 2022, 15:30

Сәләмәтлек өсөн шәп

Саңғы трассаһы Жуков – Таптыҡ – Нижегородка – Жуков маршруты буйынса үтә. 

Сәләмәтлек өсөн шәпСәләмәтлек өсөн шәп
Сәләмәтлек өсөн шәп

Өфө районында яңы саңғы трассаһы барлыҡҡа килгән.

Уны төҙөү өсөн былтыр урындағы хакимиәт махсус машина – ратрак һатып алған, тип хәбәр итә республика Башлығы хакимиәте матбуғат хеҙмәте.

Әле 15 километр оҙонлоғондағы трасса һалынған. Ул Жуков – Таптыҡ – Нижегородка – Жуков маршруты буйынса үтә. Тиҙҙән Авдонға тиклем 10 километрға оҙайтыласаҡ.

Трасса “Оҙон ғүмерлелек юлы” проектына ҡарай һәм ҡыш саңғыла йөрөү өсөн тәғәйенләнгән. Йәй бында аттарҙа, велосипедта йәки йәйәү йөрөргә мөмкин.

Фото: республика Башлығы хакимиәте матбуғат хеҙмәте.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас