

Бөгөн Пекиндағы Ҡышҡы Олимпия уйындарында Финляндия менән Словакия командалары матчында “Салауат Юлаев” форварды Сакари Маннинен словактар ҡапҡаһына өс шайба индерҙе! Уның был хет-тригы словактарҙы бик ышаныслы еңергә булышлыҡ итте. Унан тыш, был команда составында юлаевсылар Теему Хартикайнен һәм Маркус Гранлунд уйнаны.
Шуныһы үҙенсәлекле: словактар өсөн ике голды Юрай Слафковски сәпәне. Ә хоккейсыға 17 генә йәш әле. Шулай итеп, Юрай Словакияның йыйылма командаһы тарихында гол индереүсе иң йәш хоккейсы тип танылды!
Һөҙөмтәлә бөгөн Финляндия – Словакия матчы словактар файҙаһына 6:2 иҫәбе менән тамамланды.
Тағы шуныһы үҙенсәлекле: “Салауат Юлаев” командаһы һөжүм итеүсеһе Сакари Маннинен бөгөн 30 йәшен билдәләй. Ғүмер байрамында ул үҙенә Ҡышҡы Олимпиадала еңеү бүләк итте: словактар ҡапҡаһына өс гол сәпәне. Был хаҡта күп хоккейсылар хыял итәлер әле! Беҙ уға сәләмәтлек, уңыштар теләйбеҙ!
“Салауат Юлаев” хоккей командаһына килгәндә, ул плей-офф матчтарына әҙерлек сиктәрендә 15, 17 февралдә Екатеринбургта “Автомобилист” менән ике иптәштәрсә осрашыу үткәрәсәк.
Фото: olympicsrus