Бөгөн Пекиндағы Ҡышҡы Олимпия уйындарында ир-егеттәр араһында классик стиль буйынса саңғы ярыштарында Рәсәйҙән Илья Семиков, Иван Якимушкин, Алексей Червоткин һәм Александр Большунов ҡатнашты.
Спорт яратыусыларға яҡшы таныш Александр Большунов, скиатлонда яуланған алтын миҙалына өҫтәп, көмөш миҙалға лайыҡ булды! Ул, ысынлап та, феномен спортсы! Сираттағы награда – уның карьераһындағы алтынсы Олимпия миҙалы. Был миҙалды беҙ көткәйнек!
Беренсе урынды Ийво Нисканен яуланы. Был - фин спортсыһының өсөнсө Олимпия миҙалы. Өсөнсө урында – Йоханнес Клебо (Норвегия).
Илебеҙ командаһынан Алексей Червоткин – бишенсе, Илья Семиков – туғыҙынсы, Иван Якимушкин – 13-cө урында.
Фото: matchtv.ru