

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәндәгеләр хаҡында яҙҙы.
“Эдуард Латипов, Антон Бабиков, Семен Елистратов, Александр Третьяков кеүек спортсылар ярҙамында унлаған, йөҙләгән малай һәм ҡыҙ спорт залдарына барасаҡ һәм ысын яҡшы кеше буласаҡ. Бына ошо мөһим. Был Пекиндағы Олимпиадала ҡатнашҡандарға көс бирһен. Улар – яҡшы өлгө, спорт менән шөғөлләнеү, еңеүгә ынтылыуға иң көслө этәргес.
Башҡортостан Республикаһынан барлыҡ спортсыларға, Рәсәйҙең йыйылма командаһына – лайыҡлы старттар!”
Пекиндағы Олимпиадала биатлон буйынса ярыштар алдынан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров видеобәйләнеш аша Рәсәй Биатлонсылар союзы рәйесе Виктор Майгуров, Өфөнән Олимпия уйындарында ҡатнашыусы Эдуард Латипов һәм уның тренеры Виктор Никитин менән аралашты.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 11 февралгә Башҡортостандың спорт “янсығы”нда ике Олимпия миҙалы бар. Пекинда бронза миҙалдарҙы шорт-трексы Семен Елистратов менән биатлонсы Эдуард Латипов ҡушма эстафетала Кристина Резцова, Ульяна Ниғмәтуллина һәм Александр Логинов менән берлектә яуланы.
Башҡортостан Башлығы Рәсәй биатлонсыларына шәмбе спринтта һәм артабанғы уҙыштарҙа уңыштар теләне.
- Һеҙҙең өсөн ныҡ “көйәбеҙ”! Башҡортостанда йәшәүселәрҙең барыһы исеменән терәк һүҙҙәрен еткерәм! – тине Радий Хәбиров. – Олимпиадала ҡатнашыусыларҙың коронавирус шарттарында ҡаһарманлығы, үҙ-үҙен тота алыуы һәм тотош йыйылма команда өсөн ҡеүәтле прессинг өсөн ғорурланабыҙ.
Рәсәй Биатлонсылар союзы рәйесе Виктор Майгуров Радий Хәбировҡа Олимпиадала ҡатнашыусыларға терәк булғаны һәм Башҡортостандағы биатлон үҫеше өсөн рәхмәт белдерҙе.
- Барлыҡ спортсыларҙың да кәйефе шәп. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың терәген тоябыҙ. Башҡорт биатлоны тәрбиәләнеүсеһе Эдуард Латиповтың Рәсәй йыйылма командаһы составындағы бронза миҙалы өсөн ныҡ шатбыҙ, - тине Виктор Майгуров. – Иртәгә егеттәребеҙ спринтҡа сыға. Артабан яңы старттар була. Олимпия миҙалдары өсөн көрәшәсәкбеҙ!
Эдуард Латипов та кәйефенең шәп икәнлеген күрһәтте.
- Иртәгәге спринтта еңеү өсөн әҙербеҙ! Кәйеф хәрбиҙәрсә! – тине Эдуард Латипов.
Олимпия резервы спорт мәктәбе директоры, данлыҡлы спортсылар әҙерләгән Виктор Никитин да Эдуард Латиповҡа Олимпия старттарында уңыштар теләне.
- Беҙҙең спартакиада командаһы әле – Белореттағы йыйындарҙа. Унда һин дә, Эдуард, ваҡытында оҫталығыңды арттырғайның, - тине Виктор Никитин. – Беҙ иртәгә, шәмбе, һинең өсөн ныҡ “көйәсәкбеҙ”!
Пекин менән видеобәйләнеш сеансы аҙағында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Олимпиадала ҡатнашыусылар һәм тренерҙар менән Өфөләге “Биатлон” спорт-һауыҡтырыу комплексында осрашыу үткәрергә тәҡдим итте, ил атлеттарына уңыштар теләне.
- Иртәгә унлаған, йөҙләгән малай-ҡыҙҙар спортсыларыбыҙҙы ҡараясаҡ, ғорурланасаҡ. Артабан спорт залдарына, биатлон секцияларына барасаҡ. Ә киләсәктә улар ысын кешеләр буласаҡ, - тине Радий Хәбиров. – Был Олимпия трассаларында өҫтәмә көс бирәсәк тип ышанам.
Белешмә
Пекиндағы Олимпиадала буласаҡ биатлон буйынса ярыштар теҙмәһе (Өфө ваҡыты):
2022 йылдың 12 феврале, 14.00 – спринт, ирҙәр;
2022 йылдың 13 феврале, 15.45 – эҙәрлекләү ярыштары, ирҙәр;
2022 йылдың 15 феврале, 14.00 – эстафета, ирҙәр.
Фото һәм видео: glavarb.ru