Олимпиада
11 Февраль 2022, 06:00

Ярыштарҙан һуң уларға капитан званиеһы бирелде

Бөгөн илебеҙ спортсылары Пекинда барған Ҡышҡы Олимпия уйындарында ниндәй спорт төрҙәре буйынса көс алышасаҡ?

Ярыштарҙан һуң уларға капитан званиеһы бирелдеЯрыштарҙан һуң уларға капитан званиеһы бирелде
Ярыштарҙан һуң уларға капитан званиеһы бирелде

11 февралдә Пекиндағы Ҡышҡы Олимпия уйындарында ете комплект миҙал уйнатыла: саңғы ярыштары, биатлон, скелетон, сноуборд, конькиҙа уҙышыу, шорт-трек һәм тау саңғыһы буйынса ярыштар ойошторола. Бынан тыш, илебеҙҙең ир-егеттәр хоккей командаһының икенсе матчы була. Ул Дания хоккейсылары менән осрашасаҡ.

11 февралдә ир-егеттәр араһында классик стиль буйынса саңғы ярыштарында Рәсәйҙән Илья Семиков, Иван Якимушкин, Алексей Червоткин һәм Александр Большунов ҡатнаша. Ярыштар Мәскәү ваҡыты менән 10 сәғәттә башлана.

Әйткәндәй, Росгвардия башлығы Виктор Золотов илебеҙ саңғысылары Александр Большунов менән Денис Спицовҡа, Ҡышҡы Олимпиадала скелетон буйынса ярыштарҙа алтын һәм көмөш миҙал яулағандан һуң, “капитан” хәрби исемен биреү тураһындағы фарманға ҡул ҡуйған.

“Милли гвардия ғәскәрҙәре хәрбиҙәре А. Большунов менән Д. Спицовтың Рәсәйгә спорттың саңғы төрөндә донъя лидерлығын тәьмин иткән юғары спорт ҡаҙаныштарын иҫәпкә алып, уларға сираттағы “капитан” хәрби званиеһы ваҡытынан алда бирелде”, - тип хәбәр ителә ойошманың рәсми сайтында.

Виктор Золотов спортсыларыбыҙҙы ҡотлағанда уларҙың Росгвардия хәрбиҙәре һәм хеҙмәткәрҙәре өсөн өлгө булыуы хаҡында белдергән. Шулай итеп, бөгөн капитан Александр Большуновтың һәм башҡа спортсыларыбыҙҙың Ҡышҡы Олимпия уйындарындағы сығыштарын ҡарарға онотмайбыҙ һәм уларға уңыштар теләйбеҙ.

10 февралгә ҡарата, илебеҙ командаһы яуланған миҙалдар һаны буйынса – дүртенсе баҫҡыста. Етенсе ярыш көнөндә спортсыларыбыҙ, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер миҙал да яулай алманы.

Илебеҙ командаһының миҙалдар “майҙансығы”нда  барлығы 11 миҙал бар: ике алтын, өс көмөш һәм алты бронза.

Фото: olympicsrus

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас