Олимпиада
12 Февраль 2022, 09:30

Алтын миҙал беҙҙеке!

Бөгөн Пекиндағы Ҡышҡы Олимпия уйындарында спортсыларыбыҙ беренселекте яуланы.

Алтын миҙал беҙҙеке!Алтын миҙал беҙҙеке!
Алтын миҙал беҙҙеке!

Ҡатын-ҡыҙҙар араһында саңғы ярыштары буйынса эстафетала илебеҙҙең гүзәл зат вәкилдәре һынатманы. Бына улар тотош донъяны таң ҡалдырған ҡыҙҙарыбыҙ: Юлия Ступак, Наталья Непряева, Татьяна Сорина и Вероника Степанова.

Икенсе урында -  Германия ҡыҙҙары: Катерине Заюрбрай, Катарина Хенниг, Виктория Карль, Софи Крель. Өсөнсө урында -
Швеция (Майя, Эбба Андерссон, Фрида Карлссон, Йонна Сундлинг). Был – Рәсәй өсөн 2006 йылдан алып ҡатын-ҡыҙҙар араһында ошо спорт төрөндө беренсе алтын миҙал!

Фото: sport-express.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас