

12 февралдә Пекиндағы Ҡышҡы Олимпия уйындарында сноуборд, саңғы ярыштары, конькиҙа уҙышыу, биатлон, траплиндан саңғыла һикереү һәм скелетон буйынса ярыштарҙа алты комплект миҙал уйнатыла, шулай уҡ боҙҙа бейеү ярыштары башлана.
Бигерәк тә конькиҙа уҙышыу ярыштарын тулҡынланып, борсолоп көтә көйәрмәндәр. Әйткәндәй, билдәле тренер Этери Тутберидзеның ҡыҙы Диана Дэвис сығыш яһаясаҡ.
Ир-егеттәр араһында биатлон буйынса ярыштарҙа (Мәскәү ваҡыты менән -12.00 сәғәттә) республикабыҙ исеменән сығыш яһаған Эдуард Латипов көс һынаша. Шуға ярыштарҙы ҡарайбыҙ, спортсыбыҙ өсөн “көйәбеҙ”, уңыштар теләйбеҙ!
Фото: sportssmi.ru